6 декабрь, Шишәмбе

29 май 2014 йыл, 15:36

Яңы сәнәғәт предприятиеларына һалымға ташламалар һәм арзан кредиттар биреләсәк – РФ Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы

автор: Эльвира Латипова

Әлеге ваҡытта яңы предприятиелар өсөн һалым ташламаларын күҙ уңында тотҡан сәнәғәт сәйәсәте тураһында яңы закон әҙерләнә. Был хаҡта Өфөлә барған «Ҙур химия» IV Халыҡ-ара форумында Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының химик-технологик һәм урман сәнәғәте департаменты директоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Владимир Потапкин хәбәр итте.

Владимир Потапкин шулай уҡ Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы һәм ете банк пулы араһында сәнәғәт производствоһын кредитлау өлкәһендә килешеүгә ҡул ҡуйыуҙы планлаштырыу хаҡында хәбәр итте. Килешеүҙең маҡсаты – «ҙур булмаған предприятиеларға финанслау сығанаҡтарына юлды ябайлаштырыу һәм кредиттарҙы хеҙмәтләндереүгә сығымдарҙы кәметеү». Әҙерләнеп килгән документ «Рәсәй территорияһында объекттар төҙөлөшө тураһында инвестиция ҡарарын ҡабул итеү өсөн» ҡаршылыҡтарҙы бөтөрөүгә йүнәлтелгән.

— Илебеҙҙә импортты тулыһынса алмаштырып булмай, — тине Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы департаменты башлығы. — Ул талап ителмәй ҙә. Тигеҙләнгән модель төҙөйәсәкбеҙ, шуның менән бергә импорт һәм ватан производствоһы араһындағы нисбәт милли именлекте һәм сил ил уҙаҡташтарының кәйефенән бойондороҡһоҙлоҡто тәьмин итерлек итеп эшләнәсәк.

Фекер алышыуҙар йомғаҡтары буйынса «Ҙур химия»ла импортты алмаштырыу буйынса эш планы төҙөлөргә тейеш. Был пландарҙы «Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең ҡушыуы буйынса Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы һәм Энергетика министрлығы әҙерләгән саралар планына индереү талап ителә». 2014 йылдың икенсе ярты йыллығында ошо планды РФ Хөкүмәте ултырышында ҡарау күҙаллана.