Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.03 ↓

EUR 69.59 ↓

23 август, Шаршамбы

Уфа   °

«Һабантуй» халыҡ байрамы Башҡортостандың туғыҙ ҡалаһында һәм 54 районында уҙасаҡ

Йәмғиәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың указына ярашлы, «Һабантуй» халыҡ байрамы 2014 йылда республиканың 54 районында һәм туғыҙ ҡалаһында уҙасаҡ.

31 майҙа һабантуйҙар туғыҙ районда – Әлшәй, Ауырғазы, Бишбүләк, Дәүләкән, Ҡырмыҫҡалы, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Федровка, Хәйбулла һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында үтәсәк.

6 июндә байрам эстафетаһын Йылайыр районы ҡабул итәсәк.

31 район – Әбйәлил, Архангель, Асҡын, Баҡалы, Балтас, Бәләбәй, Белорет, Бөрө, Благовар, Благовещен, Бүздәк, Бөрйән, Ғафури, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Ейәнсура, Илеш, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Краснокама, Кушнарен, Мәләүез, Миәкә, Стәрлебаш, Тәтешле, Туймазы, Өфө, Учалы, Шишмә, Шаран, Яңауыл һәм Күмертау ҡалаһы «һабан байрамын» 7 июндә билдәләйәсәк.

12 июндә һабантуй һигеҙ районда – Баймаҡ, Балаҡатай, Борай, Дыуан, Иглин, Ишембай, Ҡыйғы, Мәсетле һәм өс ҡалала – Өфөлә, Ағиҙелдә һәм Октябрьскийҙа уҙасаҡ.

14 июндә байрам Мишкә, Нуриман, Стәрлетамаҡ һәм Саҡмағош райондарында, 5 июлдә Салауат районында ойошторола.

10 августа һабантуйҙы Межгорье, 30 августа Нефтекама, 6 сентябрҙә Салауат һәм 11 октябрҙә Сибай байрам итәсәк.

Указға ярашлы профилле министрлыҡ һәм ведомстволарға Һабантуйҙы әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә ҡатнашыу буйынса йөкләмәләр бирелгән.

Теги: һабантуй
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть