Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.46 ↑

EUR 69.81 ↓

22 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Зөфәр Еникеев Башҡортостан Конституция суды рәйесе итеп тәғәйенләнде

Сәйәсәт

Башҡортостан парламентарийҙары Башҡортостан Конституция суды рәйесе итеп Зөфәр Еникеевты тәғәйенләне. Ҡарар кесе йома көндө БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың пленар ултырышында ҡабул ителде. Зөфәр Еникеевтың кандидатураһын республика Конституцияһына ярашлы ҡарауға Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов индерҙе.

Белешмә. Зөфәр Еникеев – 43-сө Красный Холм бер мандатлы һайлау округы буйынса БР Дәүләт Йыйылышы депутаты.

1951 йылдың 4 мартында Баймаҡ районының Моҡас ауылында тыуған, башҡорт, юғары белемле – Свердловск юридик институтын тамамлаған. Юридик фәндәр докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы ағза-корреспонденты.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1968 йылда Баймаҡ районы Ирәндек совхозы эшсеһе булып башлаған. 1973-1985 йылдарҙа прокуратура органдарында тәфтишсе булып эшләй, 1988-1990 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт университетының юридик факультеты уҡытыусыһы. 1996-2000 йылдарҙа – Европа Урындағы һәм төбәк властары конгресында Рәсәй Федерацияһы вәкиле (Страсбург ҡалаһы, Франция). 2010-2013 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы Секретариаты етәксеһе.

1990 йылда Башҡортостан Республикаһы XII саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының рәйесе, Халыҡ мәғарифы, фән, мәҙәниәт, милли һәм халыҡ-ара традициялар, тарихи мираҫты һаҡлау мәсьәләләре буйынса комиссияһы рәйесе, 1995 йылда Башҡортостан Республикаһы I саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Закондар сығарыу Палатаһы депутаты, Закондар сығарыу Палатаһының Урындағы власть, милләттәр, йәмәғәт һәм дини берләшмәләр мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесе итеп һайлана. 1999 йылда Башҡортостан Республикаһы II саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Закондар сығарыу Палатаһы депутаты, 2003 йылда Башҡортостан Республикаһы III саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Урындағы үҙидара мәсьәләләре, милләттәр, йәмәғәт һәм дини берләшмәләр эштәре, мәғлүмәт сәйәсәте буйынса комитет рәйесе, 2008 йылдан Башҡортостан Республикаһы IV саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Урындағы үҙидара һәм йәмәғәт берләшмәләре буйынса комитеты рәйесе итеп һайлана.

Салауат Юлаев ордены, «Рәсәй парламенты» айырма билдәһе менән наградланған. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы ағзаһы. Өйләнгән, улы һәм ҡыҙы бар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть