5 декабрь, Дүшәмбе

29 май 2014 йыл, 11:47

Сингапурҙа башҡорт һәм татар ғаиләләре һабантуй ойошторҙо

автор: Розалия Вәлиева | фото: Гөлнара Яҡупова

Төркиә, Үзбәкстан, Финляндия, Рәсәй татарҙары һәм башҡорттары ҡатнашлығында һабантуй үткән ял көндәре Сингапурҙа уҙҙы. Һабан байрамына 25 кеше – алты интернациональ ғаилә ағзалары йыйылды. Байрамда ҡатнашыусылар инглиз телендә аралашты, әммә шулай уҡ бер-береһе менән рус һәм татар телендә һөйләшергә тырышты.

— Тәү сиратта, байрам беҙҙең балалар өсөн ойошторолдо, улар халҡыбыҙ йолалары менән таныш түгел, — тип һөйләй һабантуй ойоштороусыһы Эльвира Луи (Хәбибулина). – Хәҙер улар беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың бындай байрамды ни өсөн үткәргәндәре, нимә аңлатҡаны тураһында белә. Тоҡ кейеп йүгереү, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү, ҡатыҡтан аҡса эҙләү кеүек милли уйындар ҙа уйнаныҡ – барыһын да етди рәүештә эшләргә тырыштыҡ, декорациялар һәм уйындарҙы ойоштороу менән Төркиә татары Рушан Бичури Язичиоглу ярҙам итте.

Бынан тыш, ҡатнашыусылар милли аш-һыу әҙерләгәйне – өҫтәлдә бәлеш һәм өсбосмаҡ, шулай уҡ былау бар ине.

— Ҡырғыҙстандан күп йылдар элек күсеп киттем һәм был этник колоритты бик юҡһынам, — тип һөйләй Эльвира. – Бында, Сингапурҙа урыҫтар берләшмәһе бар, ватандаштарҙың осрашыуҙары үтә, әммә татарҙар һәм башҡорттар әлегә бер тапҡыр ҙа йыйылманы. Хәҙер ғаиләләр менән өс ай һайын осрашырға планлаштырабыҙ.

— Тыуған төйәгеңдән алыҫта булғанда үҙ мәҙәниәтеңде һәм телеңде һаҡлап ҡалыу бик мөһим, — тип һөйләй һабантуйҙа ҡатнашыусы, Мәләүез ҡалаһында тыуған, әлеге ваҡытта – Larks digital agency Азияла Рәсәй компаниялары өсөн PR-агентлығы етәксеһе Гөлнара Яҡупова. – Айырыуса бындай осрашыуҙар балалар өсөн кәрәк.