Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә «Урал моңо» фестиваленең гала-концерты Салауат Юлаев майҙанында үтәсәк

Мәҙәниәт

Башҡортостанда «Урал моңо — 2014» XVII Халыҡ-ара төрки йәштәренең музыкаль ижады конкурс-фестивале бара. 28 майҙа Башҡорт дәүләт филармонияһының ҙур алында Рәсәйҙең төрки телле төбәктәренән һәм илдәрҙән 53 кеше беренсе турҙа ҡатнашты. Икенсе тур бөгөн уҙасаҡ, унан һуң ҡатнашыусылар концерт менән Дәүләкән районына сығасаҡ һәм Башҡортостандың матур урындарының береһен – Асылыкүлде күрәсәк. Шул арала жюри ағзалары еңеүселәрҙе билдәләйәсәк. 30 майҙа Салауат Юлаев майҙанында фестивалдең гала-концерты ойошторола. Бер ни тиклем ул фестивалдең төп майҙансығы – элекке «Нефтселәр» мәҙәниәт һарайы реконструкциялауҙа булыуы менән бәйле.

— Фестиваль республикала 1992 йылдан алып уҙғарыла, — тине «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында матбуғат конференцияла Башҡортостан мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев. — Унда Төркмәнстандан тыш бөтә төрки телле халыҡтар һәм илдәр ҡатнашты. «Урал моңо» бөтә Евразия киңлеген яулаған тип әйтергә була.

Быйыл фестивалдә биш ил Төркиә, Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Гагаузия – Молдова, һәм Рәсәйҙең 14 төбәге ҡатнаша.

— Беҙҙең маҡсат – мәҙәни бәйләнештәр булдырыу, — тип билдәләне «Урал моңо» фестиваленең жюри рәйесе Урал Иҙелбаев. — Шул уҡ ваҡытта халыҡ-ара дуҫлыҡты нығытыу өсөн мәҙәни алмашыуҙарҙан яҡшыраҡ бер нимә лә уйлап табылмаған.

— Беҙҙең фестивалдә иң мөһиме еңеүсене билдәләү түгел. Иң мөһиме – беҙҙең бергә йыйылыуыбыҙ, төрки донъя мәҙәниәтенең еңеүе, ә ҡалғандар уны нисек һаҡлауыбыҙҙы күрәсәк, — тип белдерҙе Төркиәнән жюри ағзаһы Нәзилә Аббаслы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть