Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

«Башинформ» һәм «Ижтимағи электрон гәзит» хеҙмәткәрҙәре Ирәмәлгә экологик экспедицияға барасаҡ

Йәмғиәт

«Ирәмәл» тәбиғи паркында экологик экспедиция шәмбе, 31 майҙа, уҙасаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы һәм «Ижтимағи электрон гәзит» хеҙмәткәрҙәре Ҙур Ирәмәлдең күп быуаттар ятҡан таштарын туристар яҙып ҡалдырған яҙыуҙарҙан таҙартасаҡ.

Экологик акцияны республикала эске туризм өлкәһен үҫтереүсе «Роза ветров» туристик фирмаһы хуплап сыҡты. Компания 15 йыл дауамында тиерлек Көньяҡ Урал тауҙары матурлығын күрергә теләүселәргә ярҙам итә.

«Роза ветров» белгесе Юлиә Сәйғәфәрованың әйтеүе буйынса, тау таштарын яҙыуҙарҙан таҙартыу буйынса һуңғы акция өс йыл элек уҙғарылды һәм ошо осор эсендә яңы «ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәр» барлыҡҡа килде.

— Беҙҙең компания теләк белдереүселәрҙе эш өсөн кәрәкле бөтә әйберҙәр менән тәьмин итәсәк, — тип һөйләне Юлиә Сәйғәфәрова, — Төркөм экспедицияға тәжрибәле гид етәкселегендә барасаҡ. Был сәйәхәт тәбиғи паркка экологик файҙа килтерер, ә экспедиция ҡатнашыусылары Ирәмәл тауына менеүҙән ләззәт алыр тип ышанабыҙ.

Экологик акция йомғаҡтары буйынса репортажды «Ижтимағи электрон гәзит» биттәрендә һәм «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының яңылыҡтар таҫмаһында уҡый алаһығыҙ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть