Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Владимир Путин Башҡортостандың иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен бүләкләне

Сәйәсәт

Башҡортостандың бер юлы ике мәҙәниәт хеҙмәткәренә Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин наградалар тапшырҙы. «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеменә «Ғилем» нәшриәте – Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы филиалы директоры Фаил Тикеев лайыҡ булды. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры Евгения Скуркоға «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» исеме бирелде.

Илдең иң яҡшы ижади хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү тантанаһы Кремлдә үтте. Владимир Путин  мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен юғары дәүләт наградалары менән ҡотланы.

— Бөгөнгө тантана 2014 йылда, Мәҙәниәт йылында, уҙыуы символиклы. Һәм бында Кремлдә үҙен мәҙәниәткә хеҙмәт итеүгә арнаған, уға бөтә ғүмерен бағышлаған кешеләрҙең ҙур уңыштары билдәләнә, — тине Владимир Путин.

Дәүләт наградаларын архитекторҙар һәм рәссамдар, әҙәбиәтселәр һәм музыканттар, йырсылар һәм актерҙар алды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть