4 декабрь, Йәкшәмбе

28 май 2014 йыл, 17:15

Республиканың 25 мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәре Башҡортостан Президенты грантына лайыҡ булды

автор: Эльмира Сабирова

Республиканың 25 мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәре һәм биш ижади коллектив Башҡортостан Президенты грантына лайыҡ булды. Гранттар биреү исемлеген БР Хөкүмәте тейешле ҡарар менән раҫлаған.

Конкурс еңеүселәре араһында – профессор, Өфө дәүләт сәнғәт академияһының композиция кафедраһы мөдире, РФ һәм БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй композиторҙар союзының Д.Д.Шостакович исемендәге премия лауреаты, Композиторҙар союзы рәйесе Ләйлә Исмәғилева. 100 мең һум күләмендәге грант «Заһир Исмәғилев — республика мираҫы: Заһир Исмәғилевтың Йорт-музейын реставрациялау» проектын тормошҡа ашырыуға бүленгән. Грант ярҙамы шулай уҡ  «Боронғо Өфө» музей-ҡурсаулығы директоры Гәүһәр Батталоваға «Өфө-II ҡаласығы» ҡомартҡы территорияһында табылған археологик табылдыҡтарҙан «Боронғо ҡала серҙәре» тип аталған күргәҙмә һәм фотокүргәҙмә ойоштороуға бирелә. БР халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 95 йыллығына арналған «Үҙемдең утыма саҡырам мин һеҙҙе!» Төбәк-ара әҙәби фестиваль үткәреүгә аҡса Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаға бүленә.

Грантҡа шулай уҡ Илнур Юлдашбаев лайыҡ, ул билдәле Украина шағиры, рәссам һәм тәрән аҡыл эйәһе Тарас Шевченконың 200 йыллығына арналған Украина мәҙәниәте фестивален ойоштора.

БР Президентының 100 мең һум күләмендәге гранттарын бөтәһе 25 кеше аласаҡ.

Ижади коллективтар 300 мең һум күләмендәге гранттар менән билдәләнә.