Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

22 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

Төбәктең өҫтөнлөклө инвестиция проектары исемлеге өс объект менән тулыланды

Иҡтисад

Тағы ла өс проект БР Иҡтисади үҫеш министрлығының Комиссия ҡарары менән Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проектары исемлегенә индерелде.

«РусПЭТФ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте терефталь кислотаһын һәм полиэтилентерефталат производствоһын төҙөү проектын башлап сыҡты. «Илишрапс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте республиканың Илеш районында рапс эшкәртеү буйынса предприятие ойошторорға планлаштыра. «Башҡортостан текстиль комбинаты» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте өҫтөнлөклө тәртиптә үҙең етештереү ҡеүәтен һәм техник яҡтан яңы ҡорамал менән йыһазландырылыуҙы арттырыу менән шөғөләләнәсәк.

Республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөнгә Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегендә 490 миллиард һумдан ашыу дөйөм инвестиция күләме менән 81 проект һанала. Уларҙы ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә республикала 31 мең яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть