10 декабрь, Шәмбе

28 май 2014 йыл, 14:43

«Тамыр» телеканалы яңы «Шүлгәнташ» фильм-әкиәтен тәҡдим итте

автор: Ләйлә Аралбаева | фото: Олег Яровиков

27 майҙа Өфөнөң «Родина» кинотеатрында «Шүлгәнташ» фильм-әкиәтенең премьераһы уҙҙы. «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының проекты «Урал батыр» башҡорт эпосы, халыҡ риүәйәттәре һәм хикәйәттәре нигеҙендә төшөрөлә. Фильм мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә Башҡортостан Республикаһы Президентының ике миллионлыҡ гранты аҡсаларына ғәмәлгә ашырыла.

Фильм өҫтөндә эш Бөрйән районындағы күренекле Шүлгәнташ мәмерйәһендә бара. Ике ай дауамында фильм-әкиәт өҫтөндә 150-нән ашыу кеше эшләй. Улар иҫәбендә — «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының иң яҡшы белгестәре: проект авторы Гөлназ Ҡолһарина, режиссерҙар Рөстәм Аҙнабаев һәм Ләйсән Солтанғолова, оператор-ҡуйыусы Урал Ғатауллин, рәссамдар Арслан Бикбаев һәм Албина Шәһретдинова, тауыш режиссеры Людмила Романова. Фильмға музыканы Айҙар Хәмзин яҙа.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тамашасылары фильмды 1 июндә киске сәғәт 10-да ҡарай ала.