Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↓

EUR 61.96 ↓

28 март, Шишәмбе

Уфа   °

Республиканың ғалим-фольклорсыһы Ҡаҙағстанда Халыҡ-ара сәсәндәр конкурсын етәкләне

Мәҙәниәт

Ҡаҙағстанда, Аҡтүбә университетында, 23-25 майҙа Халыҡ-ара сәсәндәр конкурсы уҙҙы. Уны ғилми-тикшереү үҙәгенең «Төрки фольклор философияһы» программаһын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә Аҡтүбә университеты ойошторған һәм ул күренекле ҡаҙаҡ аҡыны Аҡтан Керейул (1850-1912) ижадына арналған. Конкурс тураһында ҡағиҙәгә ярашлы, ҡатнашыусылар Аҡтан аҡын әҫәрен көйләп башҡарырға тейеш ине.

Башҡортостандың билдәле ғалим-фольклорсыһы һәм сәсәниә, филология фәндәре докторы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Розалия Солтангәрәева форум-конкурсы рәйесе булды. Ҡаҙағстанда сәсәндәр ярышы тарихында тәүге тапҡыр күҙәтелгән был тәжрибә – башҡорт сәсән мәктәбе абруйының сағыу күрһәткесе һәм Розалия Солтангәрәеваның оҫталығын таныу.

Ҡаҙаҡ форумынан һуң «Башинформ» агентлығына тәьҫораттары менән уртаҡлашып, ул конкурсты асып үҙенә ҡаҙаҡ телендә Аҡтан Керейулдың «Билдә» улэнын башҡарырға тура килеүен һөйләй. Башҡортостан вәкиле ҡаҙаҡ сәндәренең башҡарыу оҫталығын баһалау хоҡуғына тиккә генә эйә булмауын раҫланы.

— Улэн көйөн үҙем уйлап сығарҙым, минең сығышымды йылы ҡабул иттеләр һәм ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланылар. Дөйөм алғанда конкурс юғары кимәлдә уҙҙы. Ҡаҙағстанда сәсәндәр мәктәбе бик көслө. Ете сәғәт дауамында туп-тулы зал Аҡтан Керейул аҡындың әҫәрҙәрен, думбыра көйөн тыңланы. Эпик әҫәрҙе думбыра көйөнә башҡарыу еңелерәк тә, әһәмиәтлерәк тә килеп сыға. Ҡаҙағстандың сәсәндәр мәктәбенә был юҫыҡта тиңдәр юҡ. Конкурста өлкән, йәш бәйетселәр ҡатнашты. Житез Палмеков, Ханболат Аюпов, Альбина Койшыгалиева, Оспан Кулсымаковтың сығыштары айырыуса сағыу булды. Беҙҙең ҡаҙаҡ дуҫтарыбыҙҙың планында башҡа билдәле аҡындар – Абыл Нурым, Кашаган, Аралбай ижады буйынса конкурстар үткәреү.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть