11 декабрь, Йәкшәмбе

28 май 2014 йыл, 11:43

Башҡортостан авторының фильмы Пензала Бөтә Рәсәй телефестивалендә беренсе урынға лайыҡ булды

автор: Ләйлә Аралбаева

«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының ижади төркөмө төшөргән «Мин рәссам булдым» документаль фильмы «Беҙҙең заман геройы» социаль әһәмиәтле телетапшырыуҙар һәм телефильмдар фестивалендә беренсе урынға лайыҡ булды. Бөтә Рәсәй фестивале Пензала үтте.

Таҫма «Билдәһеҙ геройҙар» номинацияһында билдәләнә. Ул Башҡортостанда профессиональ музыкаға нигеҙ һалыусыларҙың береһе – ғалим-фольклорсы, дирижер, Өфө сәнғәт училищеһының тәүге директоры Иван Салтыковҡа арналған.

Фильмдың авторы – музыка белгесе Миләүшә Иҙрисова уны фольклорсының 120 йыллығына төшөрҙө. 2013 йылдың декабрендә фильм «Россия-Башкортостан» каналы эфирынды күрһәтелә.

Фильмдың режиссер-ҡуйыусыһы – Нелли Принцева, оператор-ҡуйыусыһы – Радмир Хәлитов, рәссамы – Павел Панов. Иван Салтыковтың ролен фильмда Башҡорт дәүләт университеты аспиранты, тарихсы Евгений Стоянов уйнай.

Пензала уҙған фестивалдә 100-ҙән ашыу журналист, режиссер, продюссер һәм кино тәнҡитсеһе ҡатнаша.