3 декабрь, Шәмбе

28 май 2014 йыл, 10:53

Мәктәпте тамамлаусылар «Уҡыуҙа өлгәшкән айырым уңыштары өсөн» миҙалын 1 октябргә тиклем аласаҡ

автор: Ғәлиә Нәбиева

Йомғаҡлау дәүләт аттестацияһын уңышлы тапшырған һәм бөтә предметтар буйынса бишлегә уҡыған дөйөм белем биреү мәктәптәренең сығарылыш уҡыусыларына яңынан «Уҡыуҙа өлгәшкән айырым уңыштары өсөн» миҙалы тапшырыла башлаясаҡ. «Рәсәй Федерацияһында белем биреү тураһында»ғы Федераль закондың 28-се һәм 34-се статьяларына үҙгәрештәр индереү хаҡында»ғы тейешле законға Рәсәй Президенты Владимир Путин кисә, 27 майҙа, ҡул ҡуйҙы. Закондар сығарыу инициативаһы Дәүләт Думаһы һәм Федерация Советы тарафынан 2014 йылдың 21 майында ҡабул ителде.

Миҙал сығарылыш уҡыусыларына уҡыу, физкультура, спорт, йәмәғәт, ғилми, ғилми-техник, ижади, эксперименталь һәм инновацион эшмәкәрлегендә уңыштары өсөн дәртләндереү сараһы булып торасаҡ.

Документҡа ярашлы, мәктәпте яңы тамамлаясаҡ уҡыусылар ҙа шулай уҡ наградаға дәғүә итә ала. «Уҡыуҙа өлгәшкән айырым уңыштары өсөн» миҙалын улар 2014 йылдың 1 октябренә тиклем аласаҡ.

Миҙалдың өлгөһөн һәм тасуирламаһын мәғариф өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен ҡороу һәм норматив-хоҡуҡи көйләү буйынса функцияларҙы ғәмәлгә индереүсе федераль башҡарма власть органы билдәләй.

темалар: наградалар