10 декабрь, Шәмбе

28 май 2014 йыл, 9:40

Төбәктә иртә яҙғы культураларҙы сәсеү тамамланған

автор: Илья Спиридонов

Башҡортостанда иртә яҙғы иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын сәсеү эше тамамланған, тип хәбәр итә республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте. Һүҙ бойҙай, һоло, арпа, борсаҡ, шулай уҡ техник культуралар – шәкәр сөгөлдөрө һәм көнбағыш тураһында бара.

Һуң яҙғы (ҡара бойҙай һәм тары) һәм мал аҙығы культураларын (кукуруз, судан үләне, иген ҡатнашмаһы) сәсергә ҡала. Шул уҡ ваҡытта 47 райондың 16-һы ҡара бойҙай сәсеү буйынса планды тулыһынса үтәгән.

БР Ауыл хужалығын консультациялау үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөнгө көнгә яҙғы культуралар 1,9 миллион гектар майҙанда (республика планының 95 проценты) сәселгән.