7 декабрь, Шаршамбы

27 май 2014 йыл, 17:26

Башҡортостанда йәшәү минимумы – айына 6790 һум

автор: Розалия Вәлиева

Башҡортостанда уртаса айлыҡ йәшәү минимумы 2014 йылдың беренсе кварталында 6790 һум күләмендә билдәләнгән. Республика Хөкүмәтенең тейешле ҡарары рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Эшкә яраҡлы халыҡ өсөн йәшәү минимумы күләме 7216 һум, пенсионерҙар өсөн – 5541 һум, балалар өсөн – 6811 һум тәшкил итте.

Йәшәү минимумын билдәләү социаль сәйәсәт һәм программалар әҙерләгәндә һәм тормошҡа ашырғанда халыҡтың йәшәү кимәлен билдәләү, эш хаҡы, стипендиялар, пособиелар һәм башҡа социаль түләүҙәр кимәленең минималь күләмен, шулай уҡ федераль бюджетты формалаштырыуҙа федераль кимәлдә раҫлауҙы нигеҙләү өсөн тәғәйенләнгән.