8 декабрь, Кесе йома

27 май 2014 йыл, 16:38

Өфөлә 29-30 майҙа «Ҙур химия» Халыҡ-ара форумы үтәсәк

автор: Илья Спиридонов

29-30 майҙа Башҡортостандың баш ҡалаһы «Ҙур химия» IV Халыҡ-ара форумы ҡатнашыусыларын ҡабул итә. Форум «Конгресс-Холл» комплексында үтәсәк. Майҙансыҡта белгестәр ватан нефть һәм газ химияһы тармағын үҫтереү мәсьәләләрен тикшерәсәк.

Пленар ултырыш Рәсәй нефть һәм газ тармағы продукцияларының эске баҙарына арналасаҡ. Үҙәк секция эшенең темаһы – нефть һәм газ химияһы комплексы үҫешенең инфрструктура үҙәктәре, ә стратегик секцияла һүҙ тармаҡта энергияны һәм ресурстарҙы һаҡлаусы технологияларҙы файҙаланыу тураһында барасаҡ.

Форум сиктәрендә БР Президенты Хакимиәте менән «Берләштерелгән нефть химияһы компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында килешеүгә ҡул ҡуйыу планлаштырылған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, форум Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың рәсми ярҙамы менән уҙғарыла. Уның ойоштороусылары – Башҡортостан Хөкүмәте, Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығы, Иҡтисади үҫеш министрлығы, Фәндәр академияһы һәм республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы.

Йыл һайын форумда 600-ҙән ашыу кеше ҡатнаша, улар иһә: Рәсәйҙең, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙең эре компаниялары вәкилдәре, төбәк башлыҡтары, ғалимдар һәм тармаҡ белгестәре.