Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

БР Дәүләт Йыйылышы депутаттары «ПОЛИЭФ» заводында күсмә ултырыш үткәрҙе

Иҡтисад

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың экология өлкәһендәге закондарҙы камиллаштырыу буйынса эшсе төркөмө Благовещен районында урынлашҡан «ПОЛИЭФ» заводы территорияһында Благовещен районынында урынлашҡан предприятиеларҙың тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоһон кәметеү мәсьәләһе буйынса күсмә ултырыш үткәрҙе. Ултырышта Дәүләт Йыйылышы депутаттары, БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы вәкилдәре, Благовещен районы хакимиәте башлығы һәм райондың эре производство предприятиелары етәкселәре ҡатнашты.

Ҡатнашыусылар район территорияһында урынлашҡан предприятиеларҙың эшмәкәрлеген иҫәпкә алып уның экологик хәлен тикшерҙе. Бергәләп хәл итеүҙе талап иткән көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелде. Улар араһында – етештереү һәм ҡулланыу ҡалдыҡтарын эшкәртеү һәм сорттарға айырыу, шулай уҡ халыҡҡа предприятиеның экологик программалары тураһында мәғлүмәт еткереү.

Фекер алышыу аҙағында Дәүләт Йыйылышының Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Руфина Шағапова ҡатнашыусыларға, Благовещен районы хакимиәте һәм предприятиелары араһында килешеү менән нығытыласаҡ, экологик программа өҫтөндә уртаҡ эшкә тәҡдимдәрҙе ай дауамында формалаштырырға тәҡдим итте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть