5 декабрь, Дүшәмбе

27 май 2014 йыл, 15:17

Бөгөн – Бөтә Рәсәй китапханалар көнө

автор: Ләйлә Аралбаева

Йыл һайын 27 майҙа Бөтә Рәсәй китапханалар көнө билдәләне. Был әһәмиәтле көн бөтә Рәсәй китапханасылары өсөн һөнәри байрам булып тора.

Байрам 1995 йылда Рәсәй Федерация Президентының указы менән билдәләнә.

Датаның 27 майҙа һайланыуы осраҡлы түгел. 1795 йылдың тап ошо көнөндә Рәсәйҙә тәүге дәүләт китапханаһы, әлеге Рәсәй милли китапханаһы асыла.

Китапхана эшенең тарихы бөтә йәмғиәттең тарихы һәм мәҙәниәтендә мөһим урын биләй. Башҡортостан Республикаһында дүрт меңләп китапхана иҫәпләнә, уларҙың 1704 – халыҡ өсөн асыҡ, 1395 ауыл һәм 182 ҡала китапханаһы. Республиканың Мәҙәниәт министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда дөйөм асыҡ китапханалар фонды 31399 берәмек тәшкил итә.

Китапханасы һөнәре йәмғиәттә иң талап ителгәндәрҙең береһе булып ҡала. Бөтә Рәсәй китапханалар көнө ул китап эше белгестәре, библиографтар, китапханасылар, уҡытыусыларҙың ғына түгел, ә китап һөйөүселәрҙең дә байрамы.

28 һәм 29 майҙа Өфөлә «Сикһеҙ китапханалар» фестивале үтәсәк. Ул Бөтә Рәсәй китапханалар көнөнә арналған. Асыҡ ишектәр көнө форматында уҙасаҡ байрамда 34 китапхана-филиал ҡатнашасаҡ.

28 майҙа 16 сәғәттә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге БР Милли китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм крайҙы өйрәнеү бүлегендә «Образ библиотеки и библиотекаря в кино и в шутку, и всерьез!» исемле видеофильмдың презентацияһы үтәсәк. Һөнәри байрамға техник һәм ауыл хужалығы баҫмалары залында «Сохраняя традиции, искать новое» китаптар күргәҙмәһе лә арналған.