4 декабрь, Йәкшәмбе

27 май 2014 йыл, 14:27

Өфөнөң иң яҡшы сәнәғәт предприятиеларын иғлан иттеләр

автор: Розалия Вәлиева

Өфөлә 2013 йылдың эш һөҙөмтәләре буйынса йыл һайын уҙғарыла торған «Өфө ҡалаһының иң яҡшы сәнәғәт предприятиеһы» конкурсына йомғаҡ яһалды.

«Предприятие — тармаҡ лидеры» номинацияһында еңеүселәр тип «Өфө моторҙар эшләү берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Лайнер» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Йәшен» Өфө ғилми-производство предприятиеһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «ОЗНА-Инжиниринг» ғилми-производство предприятиеһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Өфө икмәге» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «3-сө төҙөлөш тресы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Полекс Урал» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм «Өфө фанера комбинаты» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте танылды.

«Йылдам үҫеш һәм юғары финанс һөҙөмтәлелек өсөн» номинацияһында «Гидравлика» Өфө агрегат предприятиеһы асыҡ акционерҙар йәмғиәтен, «Солитон» ғилми-тикшереү институты асыҡ акционерҙар йәмғиәтен, «НИИТ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтен, «Каркас-панелле йорттар һалыу комбинаты» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен һәм «Өфө фанера-плита комбинаты » яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен билдәләнеләр.

Иң яҡшы ижади коллектив тип «Йәшен» Өфө ғилми-производство предприятиеһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте танылды, предприятиены яҡшы итеп тотҡаны һәм уның территорияһын төҙөкләндергәне өсөн БР «Медтехника» дәүләт унитар предприятиеһын бүләкләнеләр.

темалар: конкурстар