8 декабрь, Кесе йома

27 май 2014 йыл, 12:48

Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары Ҡырымда сығыш яһарға әҙерләнә

автор: Ләйлә Аралбаева

Башҡортостан менән Ҡырымдың Белогорск районы араһында мәҙәни бәйләнештәр нығына. Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы вәкилдәренең Ҡырымға барыуҙары тураһында «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы сайтында алдан хәбәр ителгәйне.

Мәҙәни алмашыуҙы көйләү өсөн Ҡырымда Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы администраторы Лилиә Батыршина булды.

Белогорьела, Симферополдә, Евпаторияла һәм Севастополдә булып, ул Башҡорт филармонияһы артистарының концерттарын ойоштороу тураһында килешкән.

— Ҡырымдар «Ҡарауанһарай», «Далан» фольклор эстрада төркөмдәре, беҙҙең Эстрада-джаз оркестры менән ҡыҙыҡһына, — тип һөйләнеләр филармонияның матбуғат хеҙмәтендә. — Был көҙ, яңы ижади миҙгелдә, Белогорск районында бер төркөм концерттар ҡуйыу планлаштырыла. Ҡырым менән Башҡортостан араһында алмашыу проекттары сифатында Белогорье ижади коллективтарының республикаға килеүҙәре көтөлә. Музыкаль-әҙәби лекторий төркөмөн Ҡырымға киләһе яҙ ебәрергә әҙерләнәбеҙ.

Яҡын ваҡыт эсендә Башҡорт дәүләт филармонияһының алдынғы артистары, 12 июндә, Рәсәй көнөндә уҙасаҡ, Ҡырым һабантуйында ла ҡатнашасаҡ. Билдәле артистар, «Далан» төркөмө солистары Артур Туҡтағолов һәм Миңзифа Исҡужина, Редик Сәғитов, ҡурайсы Илнур Хибәтуллин, йырсылар Марсель Ҡотоев, Римма Амангилдина үҙ сығыштары менән байрам программаһын биҙәйәсәк.