Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 69.40 ↑

23 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

Республика башлығы Ҡытай Халыҡ Республикаһы менән эш итеү буйынса эш төркөмөн ойошторорға ҡушты

Сәйәсәт

26 майҙа Өфөлә БР Хөкүмәтендә уҙғарылған оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Ҡытайҙағы һәм Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумындағы эшкә йомғаҡ яһаны, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәте.

Башҡортостан Республикаһы делегацияһының Ҡытай Халыҡ Республикаһына рәсми сәфәре 18-21 майҙа уҙҙы. Республика башлығы Ҡытай яғы менән бөтә осрашыуҙарҙы һәм килешеүҙәрҙе һанап үтте.

Республика башлығы Ҡытай Халыҡ Республикаһы предприятиелары һәм территориялары менән үҙ-ара эш итеү буйынса эшсе төркөм ойошторорға ҡушып, «ике-өс көн эсендә тиҙ генә эшсе төркөм ойошторорға, уның составына республика Хөкүмәте ағзаларын ғына түгел, шулай уҡ республиканың бизнес-йәмәғәт вәкилдәрен, Ҡытай Халыҡ Республикаһы предприятиелары менән берләштерелгән эш алып барыласаҡ урындарҙағы ҡала, муниципалитет вәкилдәрен индерергә кәрәк. Был эшсе төркөмдөң эш планын билдәләргә, килешеүҙәрҙең үҫешен эш планында теркәргә, эшләнгән бөтә эштәрҙе яҙырға һәм шулай итеп Ҡытай Халыҡ Республикаһы йүнселдәре менән эште артабан алып барырға кәрәк» тип билдәләне.

Рөстәм Хәмитов шулай уҡ Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы сараларында ҡатнашыуҙың төп йомғаҡтары тураһында һөйләне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть