3 декабрь, Шәмбе

27 май 2014 йыл, 11:07

Төбәктә аҙна дауамында көндәр йылы һәм ямғырлы буласаҡ

автор: Гөлфиә Акулова

Башҡортостанда ағымдағы аҙнала синоптиктар бер аҙ ямғыр яуасағын фаразлай.

Рәсәй Гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, шишәмбе, 27 майҙа, төбәктә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, еләҫ ел иҫеүе көтөлә, һауа температураһы көндөҙ плюс 22-24 градус тәшкил итәсәк.

Аҙна уртаһына һауа торошо элеккесә үҙгәреүсән буласаҡ. 28 һәм 29 майҙа температура плюс 16-19 градусҡа тиклем төшәсәк.

Шәмбегә һауаның йылыныуы һәм бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Йәкшәмбе шулай уҡ яуым-төшөм яуыуы күҙаллана, һауа температураһы 18-19 градус тәшкил итәсәк.