5 декабрь, Дүшәмбе

27 май 2014 йыл, 10:39

Башҡортостан Президенты 2014 йылда «Һабантуй» халыҡ байрамын үткәреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы

автор: "Башинформ" | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 2014 йылда республикала «Һабантуй» халыҡ байрамын үткәреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығынң матбуғат хеҙмәтенән.

Документҡа ярашлы, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫарҙары Эрнст Исаевҡа һәм Лилиә Ғүмәроваға район һәм ҡала хакимиәттәре менән берлектә байрамды ойоштороуҙы тәьмин итергә ҡушылды.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына байрам үткәреү урындарында медицина персоналының дежурға сығыуын ойошторорға ҡушылды.

БР буйынса Эске эштәр министрлығы менән Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығына йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙы, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итергә һәм байрам сараларында янғын хәүефһеҙлеге сараларын күрергә кәңәш ителде.