11 декабрь, Йәкшәмбе

26 май 2014 йыл, 17:59

Республикала тәүге тапҡыр «Кәкүк сәйе» этно-фестивале үтте

автор: Ләйлә Аралбаева

Уҙған көндәрҙә Нуриман районының «Павловка Паркы» туристик үҙәгендә «Кәкүк сәйе» этно-фестивале тамамланды. Боронғо башҡорт йолаһы нигеҙендә ҙур сара республика территориһында беренсе тапҡыр уҙҙы.

Ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс программа әҙерләнгәйне. Паркка ингән саҡта ҡунаҡтарҙы милли костюмда ҙур Кәкүк һыны ҡаршыланы. Күргәҙмә-йәрминкәләрҙә төрлө үләндәрҙән сәйҙәр, бал, милли ашамлыҡтар – талҡан, сәк-сәк, ҡаҙылыҡтан ауыҙ итергә мөмкин булды. Үләндәр йыйыусы Гордеевтың фитоүҙәгендә «Кәкүк сәйе – рецепт һәм ҡатын-ҡыҙ һаулығы» семинары уҙҙы.

Баймаҡ районының Темәс ауылы, Ғафури районының Сәйетбаба ауылы республика тарихи-мәҙәни үҙәктәре һәм Благовар районының Ҡәнзәфәр бей исемендәге «Һарайлы» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге фестивалдә әүҙем ҡатнашты. Үҙәктәр уйындар, йырҙар һәм бейеүҙәр менән театрлаштырылған концерт формаһында «Кәкүк сәйе» йолаһын тәҡдим итте.

Байрамдың кульминацияһы – сағыу «Кәкүк карнавалы». Ике метр оҙонлоҡтағы Кәкүк артынан милли кейемдәрҙе фестивалдә ҡатнашыусылар парк территорияһы буйлап тантаналы атлап уҙҙы.

— Кәкүгебеҙҙе үҙебеҙ эшләнек. Ҡоштоң башы «папье-маше»нан яһалған, ә уның иҫ китмәле костюмын тегергә опера театры декораторҙары ярҙам итте, — тип һөйләне Башҡортостан Туризм үҙәге директоры Наталья Никольская.

Кисен иң яҡшы башҡорт сәйе рецебы һәм иң яҡшы Кәкүк костюмы конкурстарына йомғаҡ яһалды. Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Азат Ибраһимов етәкселегендәге жюри еңеүселәрҙе билдәләне. Лауреат дипломдары Ғафури районынан Гәүһәр Байбулдина һәм Благовар районы уҡыусылары Раушания Мусина, Элвина Ғүмәрова, Илшат Рәхмәтуллин бүләкләнде. Беренсе урынға Өфөнөң бер йәшлек «кәкүк балаһы» Марк Посыпайкин лайыҡ булды.

Фестиваль асыҡ һауала күренекле «Сураман» төркөмө ҡатнашлығында фолк-дискотека менән тамамланды. Байрам төнгә ҡәҙәр дауам итте.

— «Кәкүк сәйе» байрамын йыл һайын үткәреү планлаштырыла, — тип хәбәр итте «БР Туристик-мәғлүмәт үҙәге» директоры Иван Зорин. – Киләсәктә программаны киңәйтергә һәм байрамды ҡарарға теләүселәр өсөн автобуста килтереүҙе ойошторорға теләйбеҙ.

Этно-фестиваль ойоштороусылары – БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы булышлығында БР Туризм үҙәге, Башҡортостандың Туристик индустрия союзы, БР Халыҡтар дуҫлығы йорто, БР Мәҙәниәт министрлығы, БР Нуриман районы хәкимиәте.

Байрам тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте Йәмәғәт электрон гәзиттә уҡырға мөмкин.