8 декабрь, Кесе йома

27 май 2014 йыл, 9:41

Рөстәм Хәмитов Тажикстан Республикаһының Өфөләге Генераль консулы Содик Имомов менән осрашты

автор: Сергей Захаров

26 майҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Тажикстан Республикаһының Өфөләге Генераль консулы Содик Имомов менән осрашты. Консуллыҡ башлығының өс йыллыҡ вәкәләттәр ваҡыты үтте, ул эшен Дүшәнбе ҡалаһында дауам итәсәк. Яңы етәксе тәғәйенләнгәнгә тиклем әлеге вазифаны консуллыҡтың өсөнсө секретары Манучехр Исмәтов башҡарасаҡ, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

— Өс йыллыҡ эшмәкәрлек дәүерендә арабыҙҙа күп яҡлы бәйләнештәрҙең яйға һалыныуына тағы ла бер ҡат инандым. Был бәйләнештәр бер ваҡытта ла туҡталып ҡалманы. Беҙҙә ҙур ғына башҡорт диаспораһы йәшәй, йәмәғәт ойошмалары бар. Улар күп кенә өлкәләрҙә ярайһы уҡ урын биләй һәм шуның менән Тажикстандың үҫешенә ҙур өлөш индерә. Үҙ яғымдан элекке бәйләнештәрҙе яңыртырға, яңы мөнәсәбәттәр булдырырға ярҙам итергә тырыштым. Ҡайһы бер эштәрҙе атҡарып булды. Әле күп кенә пландар ғәмәлгә ашырыла. Тажикстан кешеләренең инвестиция миҫалдары бар. Статистика яғынан уларҙы күҙәтеү ҡыйынға төшә, сөнки илдәребеҙ араһында ике гражданлыҡ тураһында килешеү бар. Эшҡыуарҙар Рәсәй гражданлығын алып бының менән әүҙем файҙалана, улар хәҙер Рәсәй Федерацияһының хоҡуҡи даирәһендә, — тине Содик Имомов.

— Ыңғай эш тәжрибәһе генераль консул булараҡ һеҙҙең өсөн дә, беҙҙең республика өсөндә бик мөһим тип уйлайым. Беҙ сит илдәрҙең дипломатик структуралары менән аралашыу тәжрибәһенә эйә булдыҡ. Ысынлап та бик яҡшы шарттар булдыра алыуыбыҙҙы күрһәттек, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Осрашыу тураһында тулы отчет Башҡортостан Президентының рәсми сайтында бирелгән.