10 декабрь, Шәмбе

26 май 2014 йыл, 17:26

Мәләүез механизаторы ер һөрөү буйынса Рәсәй чемпионатында ҡатнашасаҡ

автор: Илья Спиридонов

Мәләүез районының «Һуҡайлы» ауыл хужалығы етештереү кооперативы механизаторы Илдар Ишекәев Башҡортостандан, 2-7 июндә Суздалдә үтәсәк, ер һөрөү буйынса өсөнсө асыҡ Рәсәй чемпионатында ҡатнашасаҡ, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Алдан Илдар Ишәкәев бындай конкурстарҙа ҡатнашҡаны булды, ике тапҡыр Рәсәйҙең ун иң яҡшы механизаторы рәтен тулыландыра.

Сара программаһында әйләндереп һөрөү буйынса ярыштар, «Трактор-шоу», заманса ауыл хужалығы техникаһын күрһәтеү, тоҡомло малдарҙың күргәҙмәһе һәм Владимир йөк аттарының шоуы ҡаралған. Конкурстың эшлекле өлөшө ватандың эре машина эшләү предприятиелары, Рәсәй Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары һәм ауыл хужалығы кооперативтары ассоциацияһы һәм «Росагролизинг» асыҡ акционерҙар йәмғиәте етәкселәре ҡатнашлығында конференция һәм кәңәшмәнән тора.