7 декабрь, Шаршамбы

26 май 2014 йыл, 16:31

Өфөлә мәҙәниәт өлкәһендә хакимиәт башлығы грантына дәғүә итеүгә конкурс иғлан ителде

автор: Ләйлә Аралбаева

Өфөлә мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә ижади проекттарға булышлыҡ итеү өсөн ҡала хакимиәте башлығы гранттарына дәғүә итеүгә конкурс тәүге тапҡыр уҙғарыла. Унда муниципаль учреждениелар һәм ижади коллективтар ҡатнаша ала.

Бөтә конкурс материалдарын ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығына конвертта «Гранттар конкурсы» билдәһе менән 25 июнгә тиклем тапшырырға кәрәк.

Идаралыҡтың рәсми сайтында хәбәр ителеүенсә, Өфө хакимиәте башлығы гранттары мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә новаторлыҡ һәм социаль мөһим проекттарҙы тормошҡа ашырыусы муниципаль мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеларына, ижади коллективтарға булышлыҡ итеү һәм уларҙы дәртләндереү, иң яҡшы ижади ҡаҙаныштарҙы пропагандалау һәм популярлаштырыу, тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең профессиональ абруйын күтәреү, күп милләтле мәҙәниәт йолаларына булышыу һәм Өфөнөң, Башҡортостандың күренекле кешеләре ижадын популярлаштырыу маҡсатында ойошторола.

Заявкалар Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 114/1 адресы буйынса ҡабул ителә. Белешмә өсөн телефон: (347) 279-06-38.