11 декабрь, Йәкшәмбе

26 май 2014 йыл, 14:42

Баш ҡалала Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көнөн байрам иттеләр

автор: Ләйлә Аралбаева

Өфөлә Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көнөн байрам иттеләр. Уның сиктәрендә баш ҡаланың Ленин майҙанында байрам концерты уҙҙы.

— Быйыл Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы инициативаһы буйынса Славян яҙмаһына һәм мәҙәниәтенә арналған йыр-бейеү марафоны илдең бөтә субъекттарында ла бер үк ваҡытта Мәскәү ваҡыты буйынса 12 сәғәттә башланды, — тип хәбәр иттеләр БР Мәҙәниәт министрлығынан.

Башҡортостан Республикаһы Президенты исеменән концертҡа йыйылғандарҙы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова сәләмләне. Башҡортостан рустары соборынан өфөләрҙе Башҡортостан дәүләт университетының «Таусень» фольклор ансамбле һәм уның етәксеһе Елена Евдокимова ҡотланы.

Рус дәүләт академия драма театры алдындағы сәхнәлә ансамблдәр, билдәле артистар, сиркәү һәм донъяуи хорҙар сығыш яһаны. Байрамда Өфө, Салауат, Ағиҙел, Бәләбәй ҡалалары һәм Өфө районы ижади коллективтары, Салауат һәм Стәрлетамаҡ мәҙәниәт колледждары студенттары, «Ренессанс», «Своими ногами», «Шатлыҡ» бейеү театры, «Йәштәр ижады» йәштәр үҙәге, РТИ һарайы студияһы, Өфө ҡалаһының 13-сө, 113-сө музыка мәктәптәре тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты.

Үҙҙәренең ижадтары менән тамашасыларҙы Өфө ҡалаһы хакимиәтенең «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле һәм Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармония артистары: «Далан» фольклор-эстрада төркөмө, Вадим Зәкиев һәм Руслан Сәйфутдинов, шулай уҡ башҡарыусылар Рафаэль Рәхматуллин, Алена Завьялова, фольклор ансамблдәр «Забава», «Кудринки», вокал ансамблдәр «Фанни-Микс», «Романтика», «Седьмое небо», «Кобзарь» халыҡ хоры, «ЕвроАзия» төркөмө ҡыуандырҙы.

Байрам концерты бөтә коллективтар ҡатнашлығында Глинки музыкаһына «Славься!» композицияһы менән тамамланды. Күк йөҙөнә йөҙләгән һауа шарын осорҙолар.

Сараны Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте ойошторҙо. Киләһе йылға республиканың Мәҙәниәт министрлығы был тәжрибәне республиканың район һәм ҡалаларына ла таратырға планлаштыра.