3 декабрь, Шәмбе

26 май 2014 йыл, 12:54

Рөстәм Хәмитов Петербург иҡтисади форум ҡатнашыусыларына Өфөнөң ШОС саммитына әҙерлеге тураһында һөйләне

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумдың «Үҙгәртеп ҡороуҙар дәүерендә ышанысты нығытыу» пленар ултырышында ҡатнашты. Ултырыш Рәсәй Президенты Владимир Путин рәйеслегендә уҙҙы. Артабан Башҡортостан башлығы «Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы — иҡтисади һәм эшлекле бәйләнештәр киңлеге» панель сессияһында сығыш яһаны. Уны Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы Генераль секретары Дмитрий Мезенцев алып барҙы. Был хаҡта БР Президентының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Сессия эшендә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәренең делегациялары ҡатнашты. Иң күберәге Ҡытай Халыҡ Республикаһы Рәйесе урынбаҫары Ли Юаньчао етәкселегендәге Ҡытай делегацияһы булды.

Дмитрий Мезенцев Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзаһы булып торған дәүләттәр башлыҡтары Советы ултырышы 2015 йылдың йәйендә Өфөлә үтеүен иҫкә төшөрҙө. Уның әйтеүе буйынса, Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы был этапта «аяҡҡа баҫыу осорон үтте һәм сифатлы яңы кимәлгә сыға».

Ли Юаньчао үҙ сығышында Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзаһы булып торған дәүләттәргә «Шанхай тиң хоҡуҡлыҡ рухын үҫтереү, иҡтисади хеҙмәттәшлекте киңәйтеү, халыҡ-ара именлек өлкәһендә үҙ-ара эш итеүҙе нығытыу» кәрәклеген билдәләне.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов панель сессия ҡатнашыусыларына республика, уның төп сәнәғәт компетенциялары һәм ауыл хужалығы тураһында һөйләне. Шулай уҡ республика башлығы Башҡортостандың Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәре менән төбәк-ара үҙ-ара эш итеү тураһында мәғлүмәт еткерҙе.

— Ҡытай Халыҡ Республикаһы төбәктәре менән ҙур эш алып барабыҙ, Цзянси провинцияһы менән килешеү төҙөлдө. Бынан тыш, Ляонин провинцияһы менән дә килешеү бар. Рәсәй Федерацияһында һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһында тормошҡа ашырыласаҡ проекттар өҫтөндә эшләйбеҙ – беҙҙең бизнес уртаҡ ҙур эш башланы, — тип һөйләне Рөстәм Хәмитов. — Бынан тыш, Ҡаҙағстан өлкәләре менән эшләйбеҙ, беҙҙең тейешле килешеүҙәр бар.

Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының күҙәтеүсе дәүләттәре: Һиндостан, Иран менән эш алып барабыҙ – унда шулай уҡ беҙҙең төбәктәр һәм был илдәрҙең төбәктәре араһында үҙ-ара эш итеүҙәр бар. Һәм уҙаҡташ илдәр: Белоруссия, Төркиә, Шри-Ланка – төбәктәр кимәлендәге эштә ҡатнаша, ярашлы килешеүҙәребеҙ бар. ШОС кимәлендә бындай бәйләнештәрҙе рәсмиләштереүҙе һәм законлаштырыуҙы көтмәйенсә эштәрҙе башланыҡ. Ул бик әүҙем бара һәм оҙаҡламай һөҙөмтәләре буласаҡ. Яңы предприятиелар, эш урындары барлыҡҡа киләсәк, ул ШОС илдәре предприятиеларының уртаҡ эшмәкәрлеге буласаҡ һәм, һис шикһеҙ, глобаль баҙарҙарҙа илдәребеҙҙең конкуренцияға һәләтлеген күтәрәсәк, — тигән ышаныста республика Президенты.

Рөстәм Хәмитовтың әйтеүе буйынса, Өфөлә 2015 йылдың йәйендә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәренең делегацияларын ҡабул итеүгә әҙерлек «план буйынса, Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәте кимәлендә билдәләнгән графикка ярашлы бара».

Республика Президенты сығышының стенограммаһы уның рәсми сайтында баҫылған.