5 декабрь, Дүшәмбе

26 май 2014 йыл, 11:51

Төбәк етәксеһе «Өфө» футбол клубы спортсылары һәм етәкселеге менән осрашты

автор: "Башинформ" | фото: Андрей Старостин

Шәмбе, 24 майҙа Өфөлә, Милли футбол лигаһы һәм Премьер-лиганың үҙ-ара бәйләнеше тарихында иң сағыу күренештәрҙең береһе булған (Томскиҙың «Томь» командаһын 5:1 иҫәбе менән еңеү), «Динамо» стадионында Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов «Өфө» футбол клубы спортсылары һәм етәкселеге менән осрашты.

Башҡортостан Башлығы тағы ла бер тапҡыр геройҙарҙы Рәсәйҙең юғары эшелонына – Премьер-лигаға сығыуҙары менән ҡотланы.

— Яҡшы спорт ҡаҙанышы менән ҡотлайым, — тине Рөстәм Зәки улы. – Дөрөҫөн әйткәндә, был барыһы өсөн дә көтөлмәгән хәл. Әммә бөтәбеҙ ҙә борсолдоҡ. Барлыҡ республика, барлыҡ футбол көйәрмәндәре, һис шикһеҙ, бик ҡәнәғәт, беҙҙең Башҡортостан, Өфө командаһының Премьер-лигаға сығыуына бик шатбыҙ. Әммә был тик ярты эш, хәҙер ғөмүмән башҡа кимәл. Бер яҡтан ҡыуаныс, ә икенсенән – хәҙер бөтәбеҙгә лә ныҡлы эшләргә кәрәк буласаҡ! – тип билдәләне республика Президенты.

Рөстәм Хәмитов командаға бөтә мәсьәләләрҙә ярҙам итәсәген вәғәҙәләне һәм тик берҙәм коллектив менән тағы ла ҙурыраҡ һөҙөмтәгә өлгәшеп булыуын билдәләне:

— Беҙҙең республика көсһөҙ түгел, уның мөмкинлектәре бар. Хәҙер барыһын да нисек тиҙерәк эшләү юлын ҡараясаҡбыҙ. Футбол беҙгә шулай уҡ башҡа спорт төрҙәре кеүек кәрәк, — тип билдәләне Президент, тамамланған миҙгелдә Башҡортостан спортсыларының олимпия һәм паралимпияла, хоккей һәм волейболда ҡаҙаныштарын һанап.

— Рөстәм Зәки улы, тағы ла бер ҡабат Һеҙҙең йылы мөнәсәбетегеҙҙә рәхмәт әйтеп үтергә рөхсәт итегеҙ, — тине яуап итеп «Өфө» футбол клубының баш тренеры Игорь Колыванов. – Беҙ (Сеул-88 олимпия чемпионы Виктор Лосев менән) бында ике йыл элек килдек һәм ошондай һөҙөмтәне үҙебеҙ ҙә көтмәнек. Бөртөкләп команда йыйҙыҡ һәм уңышҡа өлгәштек. Республика бының менән моғайын ғорурланалыр, — тип билдәләне баш тренер.

Команда исеменән биш гол индергән футболсылар, капитан һәм «Өфөнөң» яң яҡшы бомбардиры Дмитрий Голубов, шулай уҡ баш тренер Игорь Колыванов БР Президенты Рөстәм Хәмитовҡа үҙҙәренең ҡултамғалары менән футболка һәм бөтә коллектив портреты менән сағыу футбол тубын бүләк иттеләр.