4 декабрь, Йәкшәмбе

26 май 2014 йыл, 10:48

Рөстәм Хәмитов Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумда ҡатнашты

автор: "Башинформ"

23 майҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Санкт-Петербургта уҙған Петербург халыҡ-ара иҡтисади форум эшендә ҡатнашты.

Форум сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Рәсәйҙең Инновацион төбәктәр ассоциацияһының дөйөм йыйылышында булды, унда Башҡортостан 2012 йылдан алып инә. Йыйылышты Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы Рәйесе, Рәсәйҙең Инновацион төбәктәр ассоциацияһының Күҙәтеү советы Рәйесе Сергей Нарышкин алып барҙы.

Төбәктәрҙең конкурентлыҡ өҫтөнлөктәрен файҙаланыуға заманса алымдар, Федерация субъекттарында үҫеш институттарының формалашыу һәм эшләү мәсьәләләре тикшерелде, иң яҡшы инновацион асыштарҙы индереү тәжрибәләре ҡаралды.

Рәсәйҙең Халыҡ-ара Инновацион төбәктәр ассоциацияһы унда ҡатнашҡан төбәктәрҙең һөҙөмтәле инновацион үҫешенә булышлыҡ итеү маҡсаты менән ойошторолған. Ассоциация ҡарамағында тармаҡ комитеттары: ҡануниәт; инвестициялар, Рәсәйҙең Инновацион төбәктәр ассоциацияһы төбәктәренең эшмәкәрлеген мәғлүмәти тәьмин итеү; сифат (квалификация комитет); халыҡ-ара хеҙмәттәшлек; инновацион продукцияларҙы дәүләт һатып алыуҙары һәм башҡалар буйынса ойошторолған. Ассоциация составына Иркутск, Калуга, Томск, Новосибирск, Һамар, Ульяновск, Липецк өлкәләре, Башҡортостан, Татарстан һәм Мордовия Республикалары, Красноярск, Алтай һәм Пермь крайҙары, «РОСНАНО» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «РВК» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, Рәсәй Федерацияһы ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы инә.

Форумда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Алексей Миллер Башҡортостан Хөкүмәте менән «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында хеҙмәттәшлек тураһында Килешеүҙең өҫтәмә килешеүенә ҡул ҡуйҙылар. Документ Берҙәм газ тәьминәте системаһының өҙлөкһөҙ эшен тәьмин итеүҙе һәм Башҡортостанда газ, нефть химияһы, газ турбинаһы етештереүҙе үҫтереүҙе күҙ уңында тота. Шул иҫәптән, Башҡортостан Республикаһы, «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Өфө моторҙар етештереү берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте ҡатнашлығында «Өфө-АвиаГаз» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте нигеҙендә АЛ-31СТ газ турбиналы двигателдәрҙе йыйыу, ремонтлау, тикшереү һәм сервис хеҙмәтләндереү буйынса хужалыҡ йәмғиәтен ойоштороу; Башҡортостан Республикаһында газ химияһы инжинирингын төҙөү; йәмәғәт транспортын мотор яғыулығы сифатында ҡулланылған тәбиғи газға күсереү; экологик именлекте һәм тәбиғәт байлыҡтарын самалап файҙаланыуҙы тәьмин итеү.

Бынан тыш, хеҙмәттәшлек тураһында башҡа бер нисә Килешеүгә ҡул ҡуйылды, атап әйткәндә, тәбиғи газды мотор яғыулығы сифатында файҙаланыуҙы киңәйтеү тураһында Башҡортостан Хөкүмәте менән «Газпром газ-моторлы яғыулыҡ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте араһында (Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән «Газпром газ-моторлы яғыулыҡ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры Михаил Лихачев ҡул ҡуйҙылар), Башҡортостан Хөкүмәте менән «КАМАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында (Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән «КАМАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте Сергей Когогин ҡул ҡуйҙылар), Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән «Росгеология» асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында (Рөстәм Хәмитов менән «Росгеология» асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Роман Панов ҡул ҡуйҙылар), БР Хөкүмәте, «Хевел» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм «Авелар Солар Технолоджи» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте араһында (БР Хөкүмәте вице-премьеры Дмитрий Шаронов менән «Хевел» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры Игорь Әхмәров ҡул ҡуйҙылар). «Хевел» компанияһы Башҡортостан Республикаһы территорияһында ҡояш электр станцияларының төҙөлөш проектын тормошҡа ашырырға ниәтләнә.

Рөстәм Хәмитов менән Һарытау өлкәһе губернаторы Валерий Радаев Һарытау өлкәһе менән Башҡортостан Республикаһы араһында дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһында Килешеүҙе ғәмәлгә ашырыу буйынса 2014-2017 йылдарға Протоколға ҡул ҡуйҙылар.

Башҡортостан Президенты менән Пермь крайы губернаторы Виктор Басаргин Башҡортостан Республикаһы менән Пермь крайы араһында сауҙа-иҡтисади, ғилми-техник һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында Килешеүҙе ҡултамғалары менән нығытты.

Рөстәм Хәмитов «Банк Москвы» етәкселеге, «Хевел» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры Игорь Әхмәров һәм башҡалар менән осрашты.