4 декабрь, Йәкшәмбе

26 май 2014 йыл, 9:47

Башҡортостан Республикаһы менән Пермь крайы араһында Килешеүгә ҡул ҡуйылды

автор: Розалия Вәлиева

Башҡортостан Республикаһы һәм Пермь крайы араһында сауҙа-иҡтисади, ғилми-техник һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында Килешеүгә Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов менән Пермь крайы губернаторы Виктор Басаргин 23 майҙа Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы сиктәрендә ҡул ҡуйҙы.

— Башҡортостан – ул беҙҙең стратегик уҙаҡташ. Беҙҙе күп нәмә берләштерә: дөйөм инфраструктура, уртаҡ баҙарҙар, — тип билдәләне Виктор Басаргин. — Был баҙарҙарҙа беҙ бер ҡасан да конкуренция алып барманыҡ, ә бер-беребеҙҙе тулыландырҙыҡ ҡына. Бөгөн килешеү беҙҙең үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләй генә. Был үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү, тулыландырыу өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр табабыҙ. Урман комплексы, ауыл хужалығы буйынса әүҙем эшләйәсәкбеҙ. Йәғни төп йүнәлештәр билдәләнде.

— Пермь крайы менән Башҡортостан күршеләр булараҡ ҡына түгел, ә үҙенең йәшәйеше буйынса ла бик яҡын. Пермь крайында күп кенә башҡорттар йәшәй, уларҙың мәҙәни бәйләнештәре киң, сик буйында урынлашҡан райондар үҙ-ара бик тығыҙ йәшәй, — тине Рөстәм Хәмитов. — Быларҙан башҡа, Пермь крайында Башҡортостан предприятиелары, Пермь предприятиелары Башҡортостан Республикаһы территорияһында эшләй. Ҡайһы берҙә был бер төбәк һымаҡ тойола – беҙ бер-беребеҙ менән бик яҡын. Килешеү бөтә эшләнгән идеяларыбыҙҙың, программаларыбыҙҙың артабан да эшләйәсәген, уртаҡ үҙ-ара эш итеүҙең тик алға барасағын билдәләй.

Тышҡы бәйләнештәр тураһында һөйләгәндә, төбәктәр башлыҡтары Ҡытайға барғанда ике субъектҡа бер уҙаҡташ – Цзянси провинцияһын табыуҙарын билдәләне.

— Цзянсила 44 миллион кеше йәшәй. Ә Башҡортостан менән Пермь крайында бөтәһе бергә һигеҙ миллионлап йыйыла, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Шуға күрә Ҡытай хеҙмәттәштәрен беҙҙең иҡтисадҡа ла йәлеп итеү өсөн тырышып эшләргә кәрәк буласаҡ. Уларҙың идеялары ла беҙҙеке кеүек байтаҡ. Бынан тыш, продукциябыҙҙы Ҡытай баҙарына сығарырға кәрәк. Туғандаш-иптәш Пермь менән бергәләп был проблеманы, әлбиттә, тиҙерәк хәл итәсәкбеҙ.