Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

26 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикала Газ химияһы инжинирингы үҙәге төҙөләсәк

Иҡтисад

«Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән Башҡортостан Хөкүмәте араһында хеҙмәттәшлек тураһында өҫтәмә килешеү йома көнө Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумда төҙөлдө. Уға «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Алексей Миллер менән Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйған. Был хаҡта «Газпром»-дың матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Башҡортостанда Газ химияһы инжинирингы үҙәге төҙөләсәк, тиелә документта. Уның төп маҡсаты «Газпром нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәте ҡеүәтен үҫтереү буйынса проект әҙерләү буласаҡ.

Килешеү шулай уҡ төбәктә газ турбинаһы двигателдәрен йыйыу, ремонтлау, тикшереү һәм сервис хеҙмәтләндереү компанияһын булдырыуҙы ҡарай. Ул «Газпром», Өфө моторҙар етештереү берекмәһе һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡатнашлығында ойоштороласаҡ.

Яҡтарҙың өҫтәмә килешеүгә ҡул ҡуйыуы йылылыҡ энергетикаһы объекттарын төҙөү һәм реконструкциялау, экологик именлекте һәм тәбиғәт менән рациональ файҙаланыуҙы тәьмин итеү, газ, нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы сәнәғәте өсөн кадрҙар әҙерләү, шулай уҡ Башҡортостанда социаль программаларҙы һәм мәҙәни проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса хеҙмәттәшлеккә йүнәлтелеүҙе дәлилләй, тип билдәләнә «Газпром»-дың матбуғат хеҙмәте хәбәрендә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть