3 декабрь, Шәмбе

23 май 2014 йыл, 15:51

Төбәктә талпан тешләүҙән 2,9 меңдән ашыу кеше зыян күргән

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостандың дауалау-профилактика учреждениеларына талпан тешләүҙән зыян күргән 2975 кеше мөрәжәғәт иткән, уларҙың 36,4 проценты – балалар, тип хәбәр итә Роспотребнадзорҙың Башҡортостандағы идаралығы. Ул 2013 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырмаса ике тапҡырға тиерлек аҙыраҡ. Ул саҡта 4840 кеше тешләнгәйне. Мөрәжәғәт иткәндәрҙең 31 процентына, шул иҫәптән балаларҙың 79,8 процентына иммуноглобулин профилактикаһы үткәрелгән.

БР Гигиена һәм эпидемиология үҙәге лабораторияһында талпандың әүҙемлек миҙгеленән башлап (1 апрелдән) республика халҡы 2492 бөжәк килтергән. Уларҙың 107-һендә (4,3 проценты) энцефалит вирусы асыҡланған. 2013 йылдың ошо уҡ осоронда 2667 талпан тикшерелгән, уларҙың 146-һы (5,5 проценты) сирле тип табылған.

Ағымдағы йылда кешеләрҙең талпан энцефалиты менән сирләгән осраҡтары теркәлмәгән.