Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.32

EUR 75.65

22 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Ҡырымдың Белогорск районы вәкилдәре Өфөгә Йәштәрҙең наркоманияға ҡаршы волонтерҙар форумына киләсәк

Йәмғиәт

Ҡырым Республикаһының Белогорск районы вәкилдәре Өфөлә 27-30 майҙа үтәсәк Йәштәрҙең наркоманияға ҡаршы волонтерҙар форумында ҡатнашыу инициативаһы менән сыҡты. Мэрияның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Белогорск районынан район хакимәтенең ғаилә, йәштәр һәм спорт бүлеге начальнигы Виктория Токарева киләсәк.

— Рәсәйҙең яңы төбәге хеҙмәттәштәренең форумда ҡатнашыуы Башҡортостан Республикаһы менән Ҡырым араһында хеҙмәттәшлекте нығытыуға, йәштәр сәйәсәте өлкәһендә көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йоғонто яһаясаҡ, — тип билдәләй сараны ойоштороусылар.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, илдең 24 төбәгенән наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу учреждениеларының йәштәр сәйәсәте белгестәре һәм активистар Башҡортостандың баш ҡалаһында наркоманияны иҫкәртеү һәм волонтерҙар хәрәкәтен үҫтереү темаларын тикшереү өсөн йыйыласаҡ. Форум 28 майҙа 11 сәғәттә башлана.

автор: Гөлфиә Акулова
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть