6 декабрь, Шишәмбе

23 май 2014 йыл, 12:51

«Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы» марафоны эстафетаһын Баймаҡ районы ҡабул итә

автор: Ләйлә Аралбаева

Бөгөн, 23 майҙа, Мәҙәниәт йылына арналған «Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы» республика марафоны эстафетаһы Баймаҡ районына күсә. Фестиваль штандартын район халҡына бөрйәндәр тапшырасаҡ.

— Граф күле эргәһендә, һабантуй яланында «Башҡорт аты» район фестивале үтәсәк, — тип хәбәр иттеләр район хакимиәтендә.

Фестиваль программаһында үҙәк урынды башҡорт аттары күргәҙмәһе биләйәсәк. «Кесе Арбатта» ҡулланма сәнғәт һәм ҡул эштәре экспозицияһы тәҡдим ителәсәк. Байрамда ат итенән эшләнгән ашамлыҡтарҙан, шифалы ҡымыҙ эсемлегенән ауыҙ итергә мөмкин буласаҡ.

Ойоштороусылар шулай уҡ ғәҙәти булмаған йылҡысылар һәм ҡымыҙ эшләүселәр конкурсын ойошторорға йыйына. Йола буйынса һыбай йөрөү саялығы һәм оҫталығы «Бәйге» башҡорт халыҡ ярышында сағылыш табасаҡ.

Ҡунаҡтарға художество үҙешмәкәрлегенең ҙур концерт программаһы тәҡдим ителәсәк.

Башлана 15 сәғәттә.

24 майҙа «Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы» марафоны Сибай ҡалаһына юлланасаҡ. Байрамдың төп сараһы — «Ирәндек моңдары» төбәк-ара йыр бәйгеһенең Гала-концерты.

— Еңеүселәрҙе бүләкләү һәм ҙур концерт ҡаланың үҙәк майҙанында үтәсәк, театрлаштырылған байрам күренеше киске һигеҙҙә башланасаҡ. Конкурс еңеүсеһе 100 мең һумлыҡ сертификат аласаҡ. Хәҙер конкурс тыңлауҙары бара. «Ирәндек моңдары» бәйгеһенен ябыу ваҡытында фестиваль штандартын сибайҙарға тапшырасаҡтар, — тип һөйләне Республика халыҡ ижады үҙәгенең бүлек начальнигы Эльвира Әхмәтйәнова.

Сибай ҡалаһы 30 майға тиклем мәҙәни баш ҡала буласаҡ, унан һуң штандартты Белорет районының Межгорье ҡалаһы ҡабул итәсәк.