6 декабрь, Шишәмбе

23 май 2014 йыл, 11:41

Ейәнсура районында «Аҡбуҙат» балалар һәм үҫмерҙәр фильмдары фестивале үтәсәк

автор: Ләйлә Аралбаева

Балалар һәм үҫмерҙәр фильмдарының «Аҡбуҙат» I район кинофестивале 27 июндә Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында үтәсәк. Фестивалдең маҡсаты – кино сәнғәте ярҙамында тамашасылар иғтибарын социаль һәм дини проблемаларға йәлеп итеү.

Конкурс программаһында Ейәнсура районы белем биреү учреждениелары ҡатнаша ала. Конкурстан тыш программала эштәр бөтә граждандарҙан да ҡабул ителә. Фестивалдә ҡатнашыу бушлай.

— Заявкалар килә башланы, конкурс һәм конкурстан тыш күрһәтеүгә 30-ҙан ашыу фильм дәғүә итә. Уларҙы профессиональ камераларға ғына түгел, ә кәрәҙле ҡоролмаларға ла төшөрөргә мөмкин, — тип һөйләне проект етәксеһе, Иҫәнғол мәктәбенең 10-сы синыф уҡыусыһы Рәфис Ҡойбағаров. — Еңеүселәргә дипломдар һәм пар ҡанатлы Аҡбуҙат аты һыны тапшырыласаҡ.

Фестивалдә иң яҡшы эштәр республика, бөтә Рәсәй һәм Халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнашыу өсөн рекомендация биреләсәк.

Кинофестиваль ваҡытында оҫталыҡ кластары үтәсәк, Башҡортостандың билдәле режиссерҙарының фильмдарын күрһәтеү ойоштороласаҡ. Шулай уҡ етәкселәр күренекле башҡорт яҙыусыһы Мәрйәм Бураҡаеваның әҫәре буйынса фильм төшөрөү өсөн ижади төркөм төҙөйәсәк.

Эксперттар һәм ҡунаҡтар сифатында күрше райондарҙан, республикаларҙан, өлкәләрҙән ҡунаҡтар саҡырыла. Улар араһында – «Алтын алҡыштар» («Золотые аплодисменты») киносәнғәт фестивале етәксеһе Елена Бородина, Рәми Ғарипов, Зәйнәб Биишева исемендәге премиялар лауреаты, Рәсәй Федерацияһының Яҙыусылар союзы ағзаһы Мәрйәм Бураҡаева, Шәйехзада Бабич исемендәге премия лауреаты Фәрзәнә Аҡбулатова, студенттар өсөн үткәрелгән «Аҡбуҙат» I Бөтә Рәсәй ҡыҫҡа метражлы фильмдар фестивале етәксеһе Катрина Душанбаева.

Фестивалде Ейәнсура районы хакимиәтенең мәғариф һәм мәҙәниәт бүлеге ойоштора.