8 декабрь, Кесе йома

23 май 2014 йыл, 10:52

Күк йөҙөндә Урал батыр исемле яңы йондоҙ барлыҡҡа килде

автор: Ләйлә Аралбаева

Халыҡ-ара күк йөҙө есемдәре каталогында Пегас йондоҙлоғондағы йондоҙға «Урал батыр» исемен биреү тураһында яҙыу индерелгән. Теркәү тураһында мәғлүмәттәр «Роскосмос» матбуғат баҫмаһында баҫылған.

Милли эпос геройы исемен күк йөҙө есеменә биреү инициативаһы менән Башҡорт дәүләт университетының Учалы вәкиллеге сығыш яһаны.

Сертификатҡа башҡорт, рус һәм инглиз телендә башҡорт халыҡ эпосынан өҙөк яҙылған:

«Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,

Кеше булһын затығыҙ!».

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 15 майҙа Башҡорт дәүләт педагогия университеты алдындағы майҙанда һәм Учалыла бер үк ваҡытта башҡорт халыҡ эпосына арналған флешмоб үтте. Бының тураһында алдан «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы мәғлүмәттәрендә хәбәр ителгәйне.

— Сертификат тап беҙ акцияны үткәргән көндә бирелде, халыҡ беҙҙе дәррәү күтәрҙе, был бик символиклы, — тип шатлыҡлы яңылыҡ менән уртаҡлашты флешмобты ойоштороусыларҙың береһе, шағирә Лариса Абдуллина. — Хәҙер Урал батырыбыҙ Күктә лә атта саба, сөнки ул пар ҡанатлы Пегас аты йондоҙлоғонда!

темалар: урал батыр