6 декабрь, Шишәмбе

23 май 2014 йыл, 10:17

Республика башлығы «Өфө» футбол клубы спортсыларын һәм тренерҙарын Премьер-лигаға сығыуҙары менән ҡотланы

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Өфө» футбол клубы спортсыларына һәм тренерҙарына, Рәсәй футболы Премьер-лигаһына сығыуҙары менән ҡотлап,  телеграмма ебәрҙе, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Башҡортостан Президенты телеграммаһында былай тиелә:

«Хөрмәтле дуҫтар!

Башҡортостандың бөтә көйәрмәндәре, үҙемдең исемдән һеҙҙе, тренерҙар штабын, «Өфө» футбол клубы уйынсыларын һәм хеҙмәткәрҙәрен Рәсәй Премьер-лигаһына сығыуығыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайым!

Юғары оҫталыҡ, батырлыҡ һәм ихтияр көсө һөҙөмтәһендә һеҙ еңеү яуланығыҙ һәм Рәсәй футболы элитаһына индегеҙ. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә республикабыҙ ҙур футбол үҫешендә бик ҙур аҙым эшләне һәм үҙенә футбол төбәге исемен ҡайтарҙы. Башҡортостан был уңышты нығытыу, бөтә кәрәкле футбол инфраструктураһын булдырыу, был күренекле спорт төрө үҫешендә яңы аҙымдар яһау өсөн мөмкин тиклем барыһын да эшләйәсәк.

Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, республика һәм тыуған ил спорты өсөн яңынан-яңы сағыу еңеүҙәр теләйем!».

«Өфө» футбол клубының баш тренеры Игорь Колыванов менән матчтан һуң телефон аша һөйләшкәндә Башҡортостан башлығы команданы иҫ киткес еңеүе менән ҡотланы һәм Рәсәй Премьер-лигаһында уңыштар теләне.

— Рәсәй премьер-лигаһына сығыу – Башҡортостан, Өфө һәм бөтә Башҡортостан футболын үҫтереү өсөн башҡарылған ғәйәт ҙур эш ул, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.