Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.52 ↓

EUR 62.09 ↑

24 март, Йома

Уфа   °

«Өфө» футбол клубы – хәҙер Рәсәй футболы Премьер-лигаһы командаһы

Спорт

Томскиҙа Рәсәй футболы Премьер-лигаһында 2014/2015 йылдар миҙгелендә уйнау хоҡуғына яуаплы матч уҙҙы. Юғары дивизион вәкиле «Томь» Милли футбол лигаһының «Өфө» клубын ҡабул итте.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә беренсе матчта «Томь» 1:5 иҫәбе менән еңелде. Дүрт тупты кире отоу Томск ҡалаһы футболсылары өсөн уңышлы башланды – 4-се минутта Евгений Башкиров Башҡортостан командаһы ҡапҡаһына гол индерҙе – 1:0. Ә Павел Голышевтың голы иҫәпте 2:0 итте.

Ниһәйәт, 31-се минутта, Өфө егете Дмитрий Голубов «Томь» футболсылары ҡапҡаһына гол индерҙе, һәм иҫәп 2:1 булып китте.

Икенсе таймда «Томь» өсөнсө тубын индерҙе – 3:1.

Шулай итеп, «Өфө» геройҙарса тороп Премьер-лигала урын яуланы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть