9 декабрь, Йома

22 май 2014 йыл, 18:15

Рөстәм Хәмитов Берҙәм дәүләт имтиханын үткәреү мәсьәләһе буйынса видеоселектор кәңәшмәлә ҡатнашты

автор: "Башинформ"

22 майҙа Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев видеоконференция режимында Рәсәй белем биреү системаһының Берҙәм дәүләт имтиханын үткәреүгә әҙерлек мәсьәләһе буйынса кәңәшмә уҙғарҙы. Унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.

2014 йылда илдә Берҙәм дәүләт имтиханын 750 мең кеше тапшырасаҡ. Имтихан тапшырғанда тәртип боҙоуҙарҙы кәметеү өсөн быйыл Берҙәм дәүләт имтиханын ойоштороу схемаһына үҙгәрештәр индерелде. Мәҫәлән, имтихандарҙы үткәреү пункттары һәм төбәк мәғлүмәт эшкәртеү үҙәктәре видеокүҙәтеү саралары менән йыһазландырылған, БДИ барышын алты меңләп күҙәтеүсе контролдә тотасаҡ. БДИ ҡатнашыусыһына аудиторияға кәрәҙле телефондар һәм башҡа элемтә саралары индереү тыйыла.

Дмитрий Медведевтың әйтеүе буйынса, бөгөн БДИ системаһы белемде тикшереү өсөн асыҡ булып тора.

— Әммә был берҙәм дәүләт имтиханы системаһының өлгөлө булыуын аңлатмай. Беренсенән, уға өйрәнһәк тә, беҙ уны яңыраҡ файҙалана башланыҡ. Икенсенән, теләһе ҡайһы тест үткәреү системаһы нисек кенә булһа ла үҙгәрергә тейеш, — тине Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе.

2013 йылда илдә Берҙәм дәүләт имтиханын үткәреү тәртибендә меңдән ашыу боҙоуҙар булды. Күбеһенсә улар контроль-үлсәү материалдарын ваҡытынан алдан асыу һәм уҡыусыларҙың кәрәҙле телефондар менән ҡулланыуҙары менән бәйле.

Шулай уҡ кәңәшмәлә Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Ольга Голодец, Рәсәй мәғариф һәм фән министры Дмитрий Ливанов, Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Сергей Кравцов һәм ил субъекттары башлыҡтары ҡатнашты.