Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98 ↑

EUR 62.04 ↑

29 апрель, Шәмбе

Уфа   °

2015 йылда Башҡортостанда ике ҡояш электр станцияһы барлыҡҡа киләсәк

Иҡтисад

2015 йылда Башҡортостанда дөйөм ҡеүәте 15 МВТ тәшкил иткән ике ҡояш электр станцияһы барлыҡҡа киләсәк. Хәйбулла районының Бүребай ауылында ҡеүәте 10 МВт булған Баймаҡ электр станцияһы, Көйөргәҙе районында – ҡеүәте 5 МВТ булған Бөгөлсән электр станцияһы төҙөләсәк. Башҡортостан территорияһында ҡеүәте 5-25 МВт булған ҡояш электр станциялары төҙөү буйынса республика Хөкүмәте, «Авелар Солар Технолоджи» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм «Хевел» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү 23 майҙа Петербургта халыҡ-ара иҡтисади форумда төҙөлгән. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына «Авелар Солар Технолоджи» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә хәбәр иттеләр.

2016 йылда дөйөм ҡеүәте 24 МВт тәшкил иткән (Иҫәнғол — 9 МВт, Бөгөлсән (икенсе сират) — 5 МВт һәм Бүребай— 10 МВт) өс ҡояш электр станцияһын Ейәнсура, Көйөргәҙе һәм Хәйбулла райондарында сафҡа индереү планлаштырыла.

Шулай итеп, 2015-2016 йылдарҙа республика территорияһында дөйөм ҡеүәте 39 МВт булған биш ҡояш электр станцияһы төҙөү планлаштырыла – ҡеүәтте күмәртә баҙарына поставкалау күҙҙалана.

Һанап үтелгән проекттарға өҫтәп киләсәктә 2015-2020 йылдарҙа өс көньяҡ районда дөйөм ҡеүәте 50-90 МВт тәшкил иткән электр станциялары сафҡа индереү мөмкинлеге ҡарала.

«Авелар Солар Технолоджи» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Виктор Вексельбергтың «Ренова» төркөмөнә инә. Былтыр компания  Йылайыр, Хәйбулла, Баймаҡ, Көйөргәҙе һәм Ейәнсура райондарында ҡояш электр станциялары төҙөү өсөн республикала ете яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте теркәгән, тип хәбәр итә «Коммерсант».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть