11 декабрь, Йәкшәмбе

22 май 2014 йыл, 15:40

Республика тупланма бюджетының профициты май башына 1,1 миллиард һум тәшкил итте

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостандың тупланма бюджеты ғинуар-апрелдә килем буйынса 50 миллиард һумға үтәлгән – 2013 йылдың дүрт айына ҡарата 101,8 процентҡа. Сығымдар 48,9 миллиард һум (104,8 процент) күләмендә финансланған. Шулай итеп, республика тупланма бюджетының профициты 1,1 миллиард һум тәшкил итә, тиелә БР Финанс министрлығы мәғлүмәттәрендә.

Һалым һәм һалымға ҡарамаған табыш 5,9 процетҡа үҫеш менән 41,5 миллиард һум тәшкил итте. Уларҙың төп сығанаҡтары – физик шәхестәр табыштарына (бөтә һалым һәм һалымға ҡарамаған табыштарҙан 30,3 процент), ойошмалар килеменә һалым (24,8), акциздар (12,9), милеккә һалым (19,4). Һанап үтелгән табыш төрҙәре буйынса, акциздарҙы иҫәпкә алмағанда, керем быйыл артҡан. 2013 йылдың ошо уҡ ваҡыты менән сағыштырғанда акциздар 0,9 процентҡа аҙыраҡ йыйылған.

Дәүләт һәм муниципаль милекте ҡулланыуҙан табыш 3 миллиард һум самаһы тупланған – бөтә һалым һәм һалымға ҡарамаған табыштарҙан 7,3 процент.

Бушлай керемдәр суммаһы – 8,5 миллиард һум (табыштың 17 проценты), 2013 йылдың ғинуар-апрель керемдәренән 14,4 процентҡа кәмерәк.

Тупланған бюджет сығымының 80,4 проценты социаль өлкәгә йүнәлтелгән.

Башҡортостан Республикаһы бюджеты ғинуар-апрель айҙарында килемдәр буйынса 40,9 миллиард һум күләмендә (2013 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырмаса был 13 процент тәшкил итә), сығымдар буйынса 39,7 миллиард һум күләмендә (104,6 процент) үтәлгән. Урындағы бюжеттарҙың килеме – 21,1 миллиард һум (102,9 процент), сығымдары 21,3 миллиард һум (106,9 процент) тәшкил итә.