11 декабрь, Йәкшәмбе

22 май 2014 йыл, 14:58

Башҡортостан Хөкүмәтендә «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләү тантанаһы үтте

автор: Ольга Мортазина | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Хөкүмәтендә «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләүҙең 112-се тантанаһы үтте. БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова 57 күп балалы әсәгә наградалар һәм премиялар тапшырҙы. Хөкүмәттең социаль блогы етәксеһе миҙалға лайыҡ әсәләрҙе Башҡортостан Президенты исеменән ҡотланы, наградланыусыларҙың иҫәбе 6,5 меңгә етеүен билдәләне.

— Ғаиләгә, әсәлеккә, аталыҡҡа һәм балалыҡҡа ярҙам итеү республика социаль сәйәсәтенең өҫтөнлөгө булып тора. Бөгөн республика Президенты етди бурыс ҡуйҙы – бөтә социаль ярҙам саралары билдәле маҡсатҡа тейһен өсөн барыһын да эшләргә. Күп балалы ғаиләләргә ярҙам итеүҙең иң мөһим сараһы – торлаҡ менән тәьмин итеү программаһы. Бөгөн меңдән ашыу ғаилә сиратта тора. Дөйөм алғанда проектты тормошҡа ашырған ике йыл эсендә 170 ғаилә уртаса 2,6 миллон һумлыҡ сертификат алды. Тағы ла мең ғаиләнең үҙ сиратын көтөүен аңлайбыҙ, бындай программаларҙы финанслау бер нисә тапҡыр артырға тейеш тип иҫәпләйбеҙ. Ул саҡта күп балалы ғаиләләрҙең иң мөһим проблемаһы тиҙерәк хәл ителәсәк.

Күп балалы әсәләр йәш кешеләргә өлгө күрһәтеп, ҙур һәм татыу ғаилә культын тергеҙеүгә тәьҫир итеп йәмәғәт тормошона әүҙемерәк ҡушылырға тейеш, тип иҫәпләй Лилиә Ғүмәрова. Республикала 600-ләп бала балалар йорттарында тәрбиәләнә. Йыл һайын йөҙҙән ашыу ҡатын бала табыу йорттарында яңы тыуған сабыйҙарынан баш тарта. Был хәлде күмәк көс менән төҙәтергә кәрәк, тип билдәләне вице-премьер.