8 декабрь, Кесе йома

22 май 2014 йыл, 12:21

Өфө журналисы «Бәллүр ҡәләм» премияһына лайыҡ булды

автор: Розалия Вәлиева

«Яңы быуат» («Новый Век») телерадиокомпанияһының Өфө хәбәрселәр пункты директоры Фәниз Фәтҡуллин Татарстандың «Бәллүр ҡәләм — Хрустальное перо» төп журналистар конкурсы премияһы лауреаты булды. Бүләкләү тантанаһы Ҡазандың «Корстон» дәүләт телерадиокомпанияһында 19 майҙа Татарстан Республикаһының Матбуғат көнөндә үтте.

Фәниз Фәтҡуллин «Туған тел» номинацияһында еңеүсе булды.

«Бәллүр ҡәләм — Хрустальное перо» конкурсы Ҡазанда 17-се тапҡыр уҙғарылды. Быйыл унда эштәрҙе беренсе тапҡыр дәүләт киң мәғлүмәт сараларынан ғына түгел, ә шәхси ойошмаларҙан ҙа ҡабул иттеләр. Бәйгелә ҡатнашыуға биш меңдән ашыу эш ебәргәйнеләр. Ағымдағы йылда Ҡазанда үткән Универсиадаға арналған махсус номинация ла булдырылғайны.

темалар: премиялар