Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан менән Ҡырым мосолмандары хеҙмәттәшлекте үҫтерә

Йәмғиәт

Севастополдең «Мюневвер» мосолмандар ойошмаһы рәйесе Энвер Ресульев етәкселегендә Ҡырым Республикаһы делегацияһы юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдиндың саҡырыуы буйынса Өфөгә килде. Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй өммөһе башлығының тәү сираттағы маҡсаты – РФ яңы ҡушылған субъекттарының туғандаш мосолмандарын берләштереү.

Юғары мөфтөй ҡунаҡтарҙы Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты структураһы менән таныштырҙы, РФ территорияһында исламды ҡабул итеү тарихы тураһында һөйләне, шулай уҡ Өфөнөң беренсе йәмиғ мәсете территорияһында барған ҡунаҡхана, китапхана һәм административ корпус төҙөлөшөн күрһәтте. Байрам өҫтәле артында осрашыуҙа ҡатнашыусылар яҡтар араһында артабанғы хеҙмәттәшлек һәм дөйөм алғанда мосолмандар йәмғиәтен үҫтереү мәсьәләләренә фекер алышты.

Севастополдә бөгөн биш меңләп мосолман йәшәй, ул дөйөм халыҡтың 1,3 процентын тәшкил итә. Ҡырымдың мосолмандар Диниә назараты даими рәүештә төрлө-төрлө социаль акциялар уҙғара. 24 майҙа Ҡырымдың бөтә мосолмандар зыраттарында, мәсеттәрҙә һәм ғибәҙәт йорттарында өмә үткәреү планлаштырыла.

Теги: дин,ҡырым
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть