6 декабрь, Шишәмбе

22 май 2014 йыл, 10:53

Баш ҡала ШОС ағзаһы булып торған дәүләттәрҙең фән һәм мәғариф эшмәкәрҙәре артабанғы хеҙмәттәшлек итеүҙе тикшерә

автор: Гөлфиә Акулова | фото: Олег Яровиков

Өфөлә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзаһы булып торған дәүләттәрҙең фән һәм мәғариф эшмәкәрҙәре белем биреү өлкәһендә яңы йүнәлештәр үҫешен тикшерәсәк, улар буйынса юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләнәсәк.

Хәҙер Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы университетында – Шанхай ойошмаһы дәүләттәре вуздары консорциумында биш йүнәлеш – ул төбәкте өйрәнеү, экология, IT-технологиялар һәм нанотехнологиялар.

Башҡортостандың баш ҡалаһында селтәрле университет ҡатнашыусыларының диалог осрышыуының мөһим аспекты – милли иҡтисадтар һәм ШОС илдәренең педагогик кадрҙары өсөн белгестәр уҡытыуҙы үҫтереү.

Форумда башҡа вуздар иҫәбендә яңы «Педагогика» йүнәлешен М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты тәҡдим итә. Юғары уҡыу йорто алдынғы педагогик белем биреү учреждениеһы булып тора, былтыр ул Шанхай ойошмаһы дәүләттәре университеты составына инде. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, хәҙер Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы университеты селтәрендә 82 эре вуз иҫәпләнә.

Ҡаҙағстандың Гумилев исемендәге Евразия милли университеты менән берлектә Башҡорт педагогия университеты уртаҡ программа әҙерләгән. Уҡытыу һәм тәжрибә менән уртаҡлашыу процесы башланған. Ҡаҙағстан яғы вәкиле Камарияш Калкееваның әйтеүе буйынса, был тәжрибә ике вуздың да педагогик әҙерләген ярайһы уҡ байытасаҡ.

— Белем биреү аҙналығында ҡатнашыу һәр төбәктең уҡытыу өлкәһе өсөн күп нәмә бирә – ул иһә интеграция,толерантлыҡ. Уҡыу-уҡытыу процесы автономлы эшләй алмай, — ти Евразия милли университетының социаль педагогика һәм асылыңды танып белеү кафедраһы профессоры Камарияш Калкеева. — Беҙҙең төбәктә мәғариф милли нигеҙгә, ҙур перспективаларға һәм тәжрибәгә эйә. Ҡаҙағстандың Мәғариф министрығы тарафынан гранттар бирелә, «Булащак» программаһы буйынса студенттар сит илдәрҙә уҡый. Шулай уҡ йәш уҡытыусылар өсөн гранттар ҡаралған, «Юғары уҡыу йортоноң иң яҡшы уҡытыусыһы» программаһы эшләп килә.

Жэнь Сюемей Ҡытай Халыҡ Республикаһының Далянь ҡалаһынан килгән. Ул Ҡытай яғынан ШОС университеты ректораты начальнигы.

— Мин Далянь сит илдәр университетында рус теле уҡытыусыһы булып эшләйем, юғары уҡыу йортонда унлаған тел уҡытыла. Рус телен 400 студент өйрәнә. Был факультетты тамамлаусылар иң яҡшы белгестәр булып һанала. Өсөнсө курстан алып студенттарыбыҙ Рәсәйҙең төрлө 40 вузында – Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Хабаровскиҙа, Читала, Белгородта белем аласаҡ. Башҡортостан менән әлеге хеҙмәттәшлек яйға һалынмаған. Был форумда яңы мөмкинлектәр барлыҡҡа килеүенә ышанам, — тине Ҡытай педагогы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы университеты – Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы дәүләттәренең юғары уҡыу йорттары селтәре. Улар Ҡаҙағстан, Ҡытай, Ҡырғыҙстан, Рәсәй, Тажикистан, Үзбәкстанда, шулай уҡ күҙәтеүсе илдәрҙә – Һиндостан, Иран, Монголия һәм Пакистанда эшләй. Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы университеты вуздары өҫтөнлөклө иҡтисад, ғилми-уҡытыу, техник һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек өлкәләре буйынса юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләү маҡсаты менән берләшкән.

ШОС дәүләттәренең киләһе Белем биреү аҙналығы октябрҙә Алтай крайында үтәсәк.