11 декабрь, Йәкшәмбе

22 май 2014 йыл, 9:57

Өфөлә «Сикләүҙәрһеҙ белем биреү» ШОС дәүләттәре-ағзаларының VII мәғариф аҙналығы асылды

автор: Гөлфиә Акулова | фото: Олег Яровиков

21 майҙа, Өфөнөң Конгресс-холында «Сикләүҙәрһеҙ белем биреү» Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы (ШОС) ағзаһы булып торған дәүләттәрҙең VII мәғариф аҙналығы асылды. ШОС-та ҡатнашыусы илдәр – Ҡытай, Рәсәй, Ҡаҙағстан, Тажикстан, Ҡырғыҙстан һәм Үзбәкстан өсөн ғәҙәткән ингән, халыҡ-ара форумы 2008 йылдан алып уҙғарыла.

Биш аралашыу осрашыуы Рәсәйҙең баш ҡалаһында үтте, сираттағы осрашыуҙарҙы эре төбәктәрҙә, фән һәм мәғариф үҙәктәрендә үткәрергә ҡарар ителде. Һуңғы алтынсы Аҙналыҡ ҡатнашыусылары Новосибирскта йыйылғайны.

— Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы кеүек бындай ойошмала Рәсәй вәкиллегенең циклын асыусы тәүге сараларҙың береһе нәҡ Өфөлә үтеүенә бик шатбыҙ, — тип сәләмләне форумда ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Президенты Хакимиәте Етәксеһе Сергей Молчанов.

— Башҡортостан – 120-нән ашыу милләт йәшәгән ҙур күп милләтле республика. Шулай уҡ төбәк фән, юғары һәм профессиональ белем биреү системаһы өлкәһендә ил лидерҙарының береһе булып иҫәпләнә, — тип билдәләне БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов.

Былтыр Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы юғары уҡыу йорттары консорциумына (ШОС университеты) Башҡорт дәүләт педагогия университеты инде. Уҡыу йорто ШОС белем биреү киңлегендә алдынғы педагогик вуздарҙың береһе булып тора. Форумда юғары уҡыу йорто үҙенең ҡаҙаныштарынан һәм педагогик тәжрибәһенән торған күргәҙмә тәҡдим итте.

Шулай уҡ Аҙналыҡ сиктәрендә Башҡорт дәүләт педагогия университетында «Евразия юғары белем биреү киңлеге системаһында педагогик кадрҙар әҙерләү процесын модернизациялау» онлайн-тапшырыу менән түңәрәк өҫтәл үтәсәк. Өфө дәүләт авиация техник университетында икенсе түңәрәк өҫтәлдең темаһы – «Иҡтисад өлкәһендә селтәрле университетта белем биреү программалары конвергенцияһы».

Хәҙер Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы университеты составында бөтәһе 82 юғары уҡыу йорто. Был университет ғәҙәттәге айырым белем биреү йорто булып тормай. Ул өҫтөнлөклө иҡтисад, ғилми-уҡытыу, техник һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек өлкәләре буйынса юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләү маҡсаты менән берләшкән ШОС дәүләттәренең вуздар селтәре. Университеттар селтәре шулай уҡ күҙәтеүсе илдәрҙә: Һиндостан, Иран, Монголия һәм Пакистанда бар.

Селтәрле юғары уҡыу йортонда төбәкте өйрәнеү, экология, IT-технологиялар, нанотехнологиялар йүнәлештәре буйынса юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләйҙәр. Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы университетына Рәсәйҙән Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты, Мәскәү дәүләт университеты, Санкт-Петербург мәғлүмәти технологиялар, механика һәм оптика тикшеренеү университеты, Новосибирск дәүләт милли тикшеренеү университеты, Санкт-Петербург дәүләт электр-техник университеты, Б.Ельцин исемендәге Урал федераль университеты, Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университеты кеүек эре вуздар инә.

Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының селтәрле университет студенты булыу өсөн үҙ илеңдәге базалы вуздарҙың береһенә уҡырға инергә кәрәк, ә артабан килешелгән программа буйынса белем алыуҙы ошо уҡ вузда йәки Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы университетының икенсе вузында дауам итергә. Уҡып бөткәс студентҡа төп белем биргән юғары уҡыу йорто дипломы һәм Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы университеты сертификаты бирелә.

Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзаһы булып торған дәүләттәрҙең VII мәғариф аҙналығында ҡатнашыусылар Өфөгә белем биреү өлкәһендә төбәктәрҙең артабан үҙ-ара эш итеүен тикшереү өсөн йыйылды. Айырыуса иғтибар «Иҡтисад» һәм «Педагогика» йүнәлештәре сиктәрендә ШОС илдәренең милли иҡтисады һәм Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы университетының педагогик кадрҙары өсөн юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләү системаһы үҫеше мәсьәләләренә бүленәсәк, тип билдәләнде.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы рәйеслеге 2014 йылдың көҙөндә Рәсәйгә күсәсәк. 2015 йылда ШОС ағзалары булған дәүләт башлыҡтары һәм БРИКС дәүләттәре һәм хөкүмәттәре башлыҡтарының халыҡ-ара саммиттары Башҡортостандың баш ҡалаһында үтәсәк.