5 декабрь, Дүшәмбе

21 май 2014 йыл, 17:35

Силәбелә башҡорт йыры конкурсының гала-концерты үтәсәк

автор: Ләйлә Аралбаева

22 майҙа Силәбе ҡалаһының «Күңел асыу галактикаһы» клубында «Яңы йондоҙ» башҡорт йыры конкурсы лауреаттарының «Бәхет төнө» исемле гала-концерты уҙасаҡ.

БР Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллеге матбуғат секретары Михаил Хәбиров хәбәр итеүенсә, сараны асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге вәкиле Амур Хәбибуллин, шулай уҡ билдәле башҡорт авторы һәм йырсы Фәнис Солтанғолов ҡатнашасаҡ.

Улар яңы еңеүселәрҙең исемдәрен иғлан итәсәк һәм иҫтәлекле статуэткалар, бүләктәр – Башҡортостандың иң яҡшы педагогтарында уҡыу, Рәсәй һәм халыҡ-ара фестивалдәргә, концерттарға һәм конкурстарға барыу мөмкинлеге бүләк итәсәк.

Сараны башҡорт эстрада башҡарыусылары ҡатнашлығында йәштәр дискотекаһы тамамлаясаҡ.