7 декабрь, Шаршамбы

21 май 2014 йыл, 16:47

Башҡортостанда балаларҙың йәйге ялын ойоштороуға 1,5 миллиард һумдан ашыу тотоноласаҡ

автор: Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков

Башҡортостанда балаларҙың йәйге ялын һәм сәләмәтләндереүен ойоштороуға 1,5 миллиард һумдан ашыу тотоноласаҡ. БР Мәғариф министрлығының әйҙәүсе белгес-эксперты Рәмзиә Биккужина хәбәр итеүенсә, 1,3 миллиард һум республика бюджетынан йүнәлтелгән, 176 миллион һумдан ашыуы – муниципаль берәмек аҡсаһы, 42,9 миллион федераль бюджеттан бүленгән.

Сәләмәтләндереү учреждениеларына путевкалар шулай уҡ ойошмалар, профсоюздар һәм ата-әсәләрҙең түләүҙәре иҫәбенә һатып алына.

2830-лаған ял һәм сәләмәтләндереү учреждениеһы асыу планлаштырыла. Уларҙың 95-е – ҡала ситендә, 37-һе – санаторий-профилакторийҙар, 120-һе – палаткалағы лагерҙар, 1500-е – белем биреү учреждениеларында көндөҙгө лагерҙар, 1080-е – хеҙмәт һәм ял лагерҙары, хеҙмәт берләшмәләре.

Бынан тыш, йыл һайын республиканың өҫтәмә белем биреү учреждениелары, йәштәр сәйәсәте һәм спорт органдары ойоштороп килгән 450 самаһы профилле лагерь эшләйәсәк.

Быйылғы йылдың айырмаһы – ҡала ситендәге лагерҙарҙа сменаларҙың профиллеге. 21 көн эсендә – һәр дүрт сменаның оҙонлоғо шундай – балаларҙы бай сәләмәтләндереү һәм мәҙәни күңел асыу программаһы көтә, ул иһә милли йолаларҙы өйрәнеүҙән алып тәрбиәүи-уйын тренингтарында һәм IT-технологияларҙы үҙләштереүҙә ҡатнашыуға тиклем.

Республиканың 3250 балаһы Ҡара диңгеҙ буйына, 250-һе (тел төркөмдәре) сит илдәргә, БДБ илдәренә барырға планлаштыра.

2014 йылдың йәйге сәләмәтләндереү кампанияһы барышында 380 мең самаһы бала һәм үҫмер ял итә һәм һаулыҡтарын нығыта аласаҡ.

темалар: йәйге ял